Даръя

үтә ҙур ташҡын йылға From Wikipedia, the free encyclopedia

Даръя
Remove ads

Даръя́ — сиге күренмәгән бик ҙур һыу, бик ҙур йылға.

  • Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор (мәҡәл)
Thumb
Һырдаръя (башҡортса — Һыр йылғаһы)
Thumb
Ҡашҡадаръя йылғаһы. Китаб ҡалаһы.
Викидатала элемент тултырылмаған

Күсмә мәғәнәләре

1. Нимәнеңдер күплеге, сикһеҙлеге, киңлеге: даръя кеүек күл; нефть даръяһы

  • Ғилемлелек — даръялыр (Аҡмулла).
  • Тормош — икһеҙ-сикһеҙ даръя (Мөхөтдин Тажи).
  • Күҙ йәштәре даръя булып аҡты
Thumb
Амударъя дельтаһы — Йыһандан

2.Күҙ даръя — тейешен дә, тейеш түгелен дә күреп барыу[1]

Даръя һүҙе — атамаларҙа

Ҙур йылға мәғәнәһендә ул Урта Азиялағы киң билдәле Амударъя, Һырдаръя (Сырдаръя), Ҡашҡадаръя, Сурхандаръя атамаларында ҡулланылған. Урта Азияла «даръя» һүҙе менән барлыҡҡа килгән йылға атамалары йыш осрай.

Башҡорттарҙа Һырдаръя Һыр тигән атама менән дә билдәле. Был атама менән ул башҡорт тарихына ла инеп ҡалған һәм уға бағышланған ошо исемле Һыр тигән йыр ҙа бар.

Сығанаҡтар

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
  • Реки Узбекистана

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads