Деванагари
Б. э. т. I быуаттан IV быуатҡа тиклем боронғо Һиндостанда эшләнгән һәм VII быуаттан даими ҡулланылған яҙма From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Девана́гари (санскр. देवनागरी devanāgarī IAST, һинд теле [d̪eːʋ.n̪äːɡ.ɾiː], шулай уҡ исеме нагари (санскр. नागरी nāgarī IAST)[1] — һүҙмә-һүҙ «илаһи ҡала (яҙмаһы)») — брахми — боронғо һиндостан яҙмаһынан килеп сыҡҡан һинд яҙмаһы нагариҙың бер төрө[2]. Б. э. т. I быуаттан IV быуатҡа тиклем боронғо Һиндостанда эшләнгән[2] һәм VII быуаттан даими ҡулланылған[1][3].

47 төп символдан, шул иҫәптән 14 һуҙынҡы һәм 33 тартынҡынан торған деанагари донъяла дүртенсе популяр яҙыу системаһы булып тора[4]. Ул 120-нән ашыу телдә ҡулланыла[5], шул иҫәптән санскрит, һиндины [6] маратханы, синдхины, бихарины, браджды[7], бхилины, марварины, конканины, бходжпурины, непалины, неварины, санталины[5], шулай уҡ ҡайһы берҙә кашмирины һәм сиған телен (романи) индереп. Санскрит өсөн боронғо нагари алфавитының ике өҫтәмә тартынҡы символы булған[8]. Деванагари яҙыуының төп үҙенсәлеге - аҫҡа «һәленеп торған» хәрефтәр беркетелгән үрге (база) горизонталь һыҙат. Яҙыу — һулдан уңға[9].
Remove ads
Графиканы төҙөү принциптары
Деванагариҙа тартынҡы өсөн тәғәйенләнгән һәр тамғала (а) һуҙынҡыһы билдәһе лә бар. Тартынҡыны һуҙынҡыһыҙ билдәләү өсөн махсус аҫҡа төшөрөлгән билдәне - халант (вирама) өҫтәргә кәрәк. Башҡа һуҙынҡыларҙы билдәләү өсөн, семит яҙма системаларындағы кеүек үк, диакритик тамғалар ҡулланыла. Махсус тәғәйенләнешле билдәләр һүҙ башындағы һуҙынҡылар өсөн ҡулланыла. Тартынҡылар, шуға ярашлы, һуҙынҡылары төшөрөлөп ҡалдырылған ойоштормаларҙы барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Тартынҡылар ғәҙәттә тоташ йәки ҡушма билдәләр (лигатуралар) булараҡ яҙыла.
Remove ads
Яҙылышы
Тартынҡылар
क | ख | ग | घ | ङ |
ka /kə/ | kha /kʰə/ | ga /gə/ | gha /gʱə/ | ṅa /ŋə/ |
च | छ | ज | झ | ञ |
ca /cə/ | cha /cʰə/ | ja /ɟə/ | jha /ɟʱə/ | ña /ɲə/ |
ट | ठ | ड | ढ | ण |
ṭa /ʈə/ | ṭha /ʈʰə/ | ḍa /ɖə/ | ḍha /ɖʱə/ | ṇa /ɳə/ |
त | थ | द | ध | न |
ta /t̪ə/ | tha /t̪ʰə/ | da /d̪ə/ | dha /d̪ʱə/ | na /nə/ |
प | फ | ब | भ | म |
pa /pə/ | pha /pʰə/ | ba /bə/ | bha /bʱə/ | ma /mə/ |
य | र | ल | व | |
ya /jə/ | ra /ɾə/ | la /lə/ | va /ʋə/ | |
श | ष | स | ह | |
śa /ʃə/ | ṣa /ʂə/ | sa /sə/ | ha /ɦə/ |
Һинди өсөн өҫтәмә тартынҡылар
क़ | ख़ | ग़ | ज़ | य़ | ड़ | ढ़ | फ़ |
qa /qə/ | k͟ha /xə/ | ġa /ɣə/ | za /zə/ | zha /ʒə/ | ṛa /ɽə/ | ṛha /ɽʱə/ | fa /fə/ |
Һуҙынҡылар
अ | a /ə/ или /ä/ | क | ka | |
आ | ा | ā /ä:/ | का | kā |
इ | ि | i /i/ | कि | ki |
ई | ी | ī /i:/ | की | kī |
उ | ु | u /u/ | कु | ku |
ऊ | ू | ū /u:/ | कू | kū |
ऋ | ृ | ṛ /ṛ/ | कृ | kṛ |
ॠ | ॄ | ṝ /ṛ:/ | कॄ | kṝ |
ऌ | ॢ | ḷ /ḷ/ | कॢ | kḷ |
ॡ | ॣ | ḹ /ḷ:/ | कॣ | kḹ |
ए | े | e /e:/ | के | ke |
ऐ | ै | ai /əi/ или /ai/ | कै | kai |
ऒ | ॊ | o /o/ | कॊ | ko |
ओ | ो | ō /o:/ | को | kō |
औ | ौ | au /əu/ или /au/ | कौ | kau |
Башҡа билдәләр
Remove ads
Деванагари өсөн клавиатура бүленеше
Миҫал
Кеше хоҡуҡтары дөйөм декларацияһының 1-се статьяһы:
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Деванагари (Брайль шрифты)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads