Джамна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Джа́мна[1][2][3][4], Яму́на[4][3][5], Джу́мна[6] (һинд यमुना, yamunā IAST, Ямуна[7], шулай уҡ һинд जमुना, Джамуна[7]) — Һиндостандағы йылға. Гангтың иң оҙон һәм күп һыулы ҡушылдығы.
Remove ads
Гидрография
Оҙонлоғо 1376 км, бассейн майҙаны 351 000 км².
Үҙәк Гималай тауҙарының көньяҡ битләүҙәренең Заскар һыртындағы Ямунотри боҙлоғонан (3255 м бейеклектә) ағып төшә.
Һиндостандың Харьяна һәм Уттар-Прадеш штаттары, баш ҡалаһы Нью-Дели, һәм шулай уҡ Матхура һәм Агра ҡалалары буйлап аға. Ямунанагар ҡалаһы тирәһендә көньяҡҡа борола һәм Һинд-Ганг тигеҙлегенә сыға. Аллаһабад ҡалаһында Ганг йылғаһына ҡоя.
Төп ҡушылдыҡтары: Тонс, Чамбал, Бетва, Синд һәм Кен.
Инештән 5 км алыҫлыҡта изге урындарға сәфәр ҡылыусы индуистарҙың популяр урыны Ямунотри һәм Калси ҡасабалары урынлашҡан, бында эҫе һыу сығанағы (90 °C), ғибәҙәтханалар һәм төрбә бар.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads