Джеймс Фенимор Купер
Америка яҙыусыһы, мажаралы әҙәбиәт классигы (1789-1851) From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Джеймс Фенимор Купер (ингл. James Fenimore Cooper; 1789 йылдың 15 сентябре, Берлингтон, АҠШ — 1851 йылдың 14 сентябре, Куперстаун, АҠШ) — Америка романсыһы һәм сатирик. Мажаралы әҙәбиәт классигы.
Remove ads
Биографияһы
Джеймс Фенимор Купер АҠШ-тың Нью-Джерси штаты Берлингтон ҡалаһында тыуған. Күп тә үтмәй, уның атаһы, судья Уильям Купер, Нью-Йорк штатына күсенә һәм унда аҙаҡ ҡалаға әйләнгән Куперстаун ҡасабаһына нигеҙ һала. Урындағы мәктәптән һуң ул Йель университетына юллана, әммә, курсты тамамламай, диңгеҙ хеҙмәтенә(1806—1811) яҙыла һәм Онтарио күленә хәрби карап төҙөлөшөнә ебәрелә. 1811 йылда ул француз ҡыҙы Сюзан Аугуста Делансиға өйләнә. Ҡатынына ниндәйҙер роман уҡығанда, Купер, яҡшыраҡ яҙыуы ҡыйын түгел, тип ысҡындыра һәм, уның алдында маҡтансыҡ булып күренмәҫ өсөн, бер нисә аҙнала үҙенең тәүге «Һаҡлыҡ» (Precaution, 1820) романын яҙа.
Remove ads
Романдары
«Пионерҙар, йәки Саскуиханна башында», 1823;
«Һуңғы могикан», 1826;
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
