Джером Роббинс

From Wikipedia, the free encyclopedia

Джером Роббинс
Remove ads

Джером Роббинс (ингл. Jerome Robbins; 11 октябрь 1918 йыл — 29 июль 1998 йыл) — америка режиссёры һәм хореографы. «Вестсайдская история» фильмы өсөн «Оскар» премияһына эйә (1961). Был премияны дебют фильм өсөн яулаусы берҙән-бер һәм һуңғы режиссёр[11]

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Джером Роббинс Иеремия Вильсон Рабинович (Jerome Wilson Rabinowitz) исеме аҫтында йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуған. Бала сағында скрипкала уйнарға өйрәнә.

1936 йылда, ун һигеҙ йәшендә, бейеү мәктәбенә уҡырға инә. Бейеүсе булараҡ комик ролдәрҙә сығыш яһай, 1942 йылда Игорь Стравинскийҙың шул уҡ исемле балетында Петрушка ролен башҡарғандан һуң билдәле була. Ҡырҡынсы йылдар уртаһында Американың коммунистар партияһы ағзаһы була, бының өсөн һуңынан «Америкаға ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн эҙәпрлекләнә[12].

Джордж Баланчин саҡырыуы буйынса Нью-Йорк Сити балет труппаһының балетмейстеры була. Ике балетмейстрҙың күп йыллыҡ ижади хеҙмәттәшлеге балет театры тарихында уникаль һанала: стиле буйынса ла, шулай уҡ эш принцибы буйынса ла бер-береһенә тулыһынса ҡапма-ҡаршы булып, улар оҙаҡ йылдар труппала тиң урынды биләй. Башҡарыусыларҙан даими үҙеңде еңеп сығыуҙы, үҙеңдең техник мөмкинлектәрең сигенән сығыуҙы талап иткән Баланчиндан айырмалы рәүештә, Роббинс иғтибарҙы күберәк эштең актёрлыҡ аспекттарына бирә. Уның бейеүселәргә мөрәжәғәт иткән даими иҫкәрмәһе Take it easy — «тынысыраҡ», «артыҡ тырышма» була. Шулай уҡ ул ғәжәп юмор тойғоһо менән айырыла, был «Концерт» балетында сағылыш таба (1956).

Роббинс үҙе эстрада-джаз алымдарын индергән балетта ла, шулай уҡ мюзиклда ла әүҙем эшләй. Тәүге спектаклен Леонард Бернстайн музыкаһына «Матросы на берегу» (1944) балетын шул уҡ йылда Бродвейҙа «Увольнение в город» мюзиклы сифатында ҡуя.

Роббинсҡа айырым билдәлелекте 1957 йылда үҙе төшөргән мюзикл буйынса «Вестсайдская история » фильмы килтерә (1961). Классик техника һәм заманса бейеү ҡушылған дөрөҫ либретто, динамик сюжет, экспрессив хореография был фильм-мюзиклды бөтә донъяға билдәле яһай, ә уның нигеҙ һалыусыһына 1962 йылда «яҡшы режиссура» номинацияһында «Оскар» премияһын килтерә (беренсе тапҡыр был награда ике кеше тарафынан бүленә). Роббинс ҡуйған һуңғы мюзикл «Скрипач на крыше» (1964) була.

1969 йылда «Нью-Йорк Сити балле» труппаһы менән Ф.Шопен музыкаһына бер күренешле балет ҡуя, уға И. Стравинский «һоҡланыулы баһа» бирә: «Эш бик яҡшы уйланылған һәм башҡарылған (Роббинс менән сағыштырғанда башҡа хореографтар сәхнәлә бейеүселәрҙе урындан урынға күсергән һымаҡ). Шуның өҫтәүенә музыканы ул дөрөҫ ҡуллана»[13].

1990 йылда велосипед һәләкәте һәм 1996 йылда йөрәгенә операциянан һуң Роббинста Паркинсон ауырыуы билдәләре күренә, ҡолағы насар ишетә башлай. 1998 йылда ул киң инсульт кисерә, ике айҙан һуң ул вафат була.

Remove ads

Постановкалары

  • 14 май 1953 йыл — Клод Дебюсси музыкаһына «Послеполуденный отдых фавна», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
  • 6 март 1956 йыл — Фредерик Шопен музыкаһына «Концерт, или опасность для каждого», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
  • 29 ғинуар 1970 йыл — Фредерик ЩШопен музыкаһына «В ночи», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.
  • 1972 йыл — Нью-Йорк Сити балет труппаһы өсөн Игорь Стравинский музыкаһына Джордж Баланчин менән берлектә «Пульчинелла»
  • 18 ғинуар 1979 йыл — Джузеппе Верди музыкаһына «Времена года», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.
Remove ads

Хәтер

Джером Роббинсҡа Сполетола Театро-Нуово ҡаршыһында һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads