Доломатов Михаил Юрьевич

жимия фәндәре докторы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Доломатов Михаил Юрьевич (1 ноябрь 1954 йыл, Өфө, БАССР) — ғалим[1][2], физик химик[3], профессор (1999 йыл), техник фәндәр кандидаты (1986 йыл)[4], химия фәндәре докторы (1993 йыл)[5][6], СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991 йыл), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014 йыл)[7][8].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Физик химия һәм физиканың күп компонентлы системаһы, композицион материалдар һәм феноменологик электрон спектроскопия өлкәһендә эшләй[9][10][11].

Remove ads

Биографияһы

Михаил Юрьевич Доломатов 1954 йылдың 1 ноябрендә Өфөлә тыуған.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын «Физик химия (химик кинетика)» һөнәре буйынса тамамлай.

1979–1981 йылдарҙа, 1998–2002 йылдарҙа һәм 1985–1991 Нефть химияһы эшкәртеү институты 2021 йыл 27 октябрь архивланған.нда эшләй: 1986 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1988 йылда — физик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире, 1998 йылдан — полимер материалдар ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире.

1991–1993 йылдарҙа — Өфө нефть институты тикшеренеүҙәрҙең физик методтары лаборатория мөдире. 1991—1996 йылдарҙа — «Нефтегазтехнология» Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү инженерлыҡ үҙәгенең нефть ҡатламы физикаһы лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре.

1993 йылданӨфө сервис технология институты уҡытыусыһы. 1994–2005 йылдарҙа — полимер материалдар һәм эшкәртеү производствоһы технология кафедраһы мөдире[12][13], 2005 йылдан — физика кафедраһы профессоры, 2010 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Электрон процестар һәм наноматериалдар физикаһы» ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире[14] .

2005 йылдан — Башҡортостан социаль технологиялар институтында (Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Өфө филиалы) математика һәм информатика кафедраһы мөдире.

2011 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының физик электроника һәм нанофизика кафедраһы профессоры[15].

2012 йылда — Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы профессоры.[16]

Remove ads

Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге

Химик составының хаосы менән күп компонентлы системалар теорияһы авторы[17][18].

Химик составының хаосы менән ҡатмарлы тәбиғи һәм техник системаларҙың тәртибен термодинамик һәм кинетик закондарын асыҡлай, уларҙың тикшереү ысулдарын һәм математик моделен эшләй, шулай уҡ күп компонентлы ҡатышмаларҙа матдәләрҙең оптик һәм физик химик үҙенсәлектәре араһында бәйләнеште асыҡлай[19]

Йондоҙ-ара мөхиттә органик матдәләр ресурстарының термодинамик баһалары үткәрә[20]

Өфө дәүләт нефть техник университетының «Яғыулыҡ һәм юғары энергиялы матдәләр химияһы һәм технологияһы» һөнәре буйынса диссертация 212.289.03 советы[21] һәм «Органик химия (техник фәндәр)» һөнәре буйынса 999.123.02 диссертацияһы ағзаһы[22] . «Электротехнические системы и информационные комплексы» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы[23].

700-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 15 монография һәм 45 уйлап табыу — Рәсәйҙең авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты авторы[24].

Remove ads

Баҫмалары

  • Доломатов, М.Ю. Фрагменты теории реального вещества. От углеводородных систем к галактикам [18]/ М. Ю. Доломатов. - Москва : Химия, 2005. - 207 с.: ил., табл.; 20 см.; ISBN 5-98109-018-9
  • Dolomatov, Michel Y. ; Zhuravleva, Nadezhda A. Thermodynamic models of the distribution of life-related organic molecules in the interstellar medium [25] / Astrophysics and Space Science, Volume 351, Issue 1, pp.213-218. DOI 10.1007/s10509-014-1844-8
  • Доломатов, М. Ю. Некоторые физико-химические аспекты прогнозирования свойств многокомпонентных систем в условиях экстремальных воздействий. ЖВХО им. Д.И. Менделеева. 1991. Т. 35. №5. С. 632-638.
  • М. Ю. Доломатов. Физико-химические основы новых методов исследования сложных многокомпонентных систем. Перспективы практического использования / ЦНИИ информ. и техн.-экон. исслед. нефтеперераб. и нефтехим. пром-сти. — Москва: ЦНИИТЭнефтехим. — 1991. — 71 с.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads