Дүшәнбе (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дүшәнбе (таж. Душанбе) — Тажикстандың баш ҡалаһы, республика әһәмиәтендәге ҡала, илдең иң эре фәнни-мәҙәни, сәйәси, иҡтисади, сәнәғәт һәм административ үҙәге. Дүшәнбе ҡалаһында илдең юғары дәүләт власы органдары һәм Президент һарайында Тажикстан Республикаһы Президенты резиденцияһы урынлашҡан. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 802,7 мең кеше тәшкил итә, бөтә Дүшәмбе агломерацияһы — 1485,1 мең кеше.
1996 йылдан Дүшәнбе ҡалаһының рәйесе Махмадсаид Убайдуллоев була, ул шулай уҡ Тажикстан Юғары Йыйылышы Милли Совет рәйесе лә. Тажиктар яратҡан ҡала «Донъя ҡалаһы» премияһы менән наградланған. Был турала Дүшәмбе мэры һәм «Ебәк юлы» Фонды башлығы осрашыуынан һуң билдәле була. Был премия Тажикстан баш ҡалаһында ойошторолған «Ебәк юлы ынйыһы» девизы аҫтында үткән «Рәссамдар тыныслыҡ хаҡына» халыҡ-ара күргәҙмәһенә ярашлы тапшырыла. Ҙур кимәлдә үткән күргәҙмәлә Тажикстан Республикаһы президенты Эмомали Рахмон да ҡатнаша. Күргәҙмә барышында Дүшәнбе ҡалаһы мэры менән ошо күргәҙмәне ойошторған «Ебәк юлы» Фонды башлығы Шао Чанчундың осрашыуы була. Ошо сарала Дүшәнбе ҡалаһына «Донъя ҡалаһы» премияһы тапшырылыуы тураһында хәбәр ителә. Шулай уҡ Рим, Афина, Ашҡабад, Баҡы һәм Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәк тә ошо премияға лайыҡ була. Тажикстан Республикаһының баш ҡалаһы икенсе тапҡырға «Донъя ҡалаһы» була.
Был Дүшәнбенең тәүге премияһы булмай, теүәл 12 йыл элек уға ЮНЕСКО ҡарары менән ошо уҡ премия бирелә. Премия донъя ҡиммәттәрен һәм толерантлыҡты нығытыуға индергән өлөш өсөн тапшырыла.
Remove ads
Рәсми символдар
Дүшәнбе ҡалаһының рәсми раҫланған символы — герб авторҙары С.Ҡорбанов менән А. Н. Заневский.
Билдәле шәхестәре
- Мышкин Владимир Александрович (29.08.1944), ғалим-токсиколог, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987)[2].
Remove ads
Географияһы
Дүшәнбе диңгеҙ кимәленән 750—930 метр бейеклектә, 38° төньяҡ киңлектә, 68° көнсығыш оҙонлоҡта, күп халыҡлы, уңдырышлы Гиссар уйһыулығында урынлашҡан. Майҙаны — 127 км². Ҡала аша төньяҡтан көньяҡҡа Варзоб (рус. Душанбинка йәки Дүшәнбе-Даръя) йылғаһы аға. Ҡаланан төньяҡта Варзоб тарлауығы бар, унда бик күп ял итеү базалары урынлашҡан. Ҡаланың сейсмик торошо юғары, XX быуаттың 30-40-сы йылдарындағы төҙөлөш нормалары буйынса 7-8 балл кимәлендә тип билдәләнә.[3] Ер тетрәүҙәре күҙәтеүен Дүшәнбе сейсмологик станцияһы алып бара.
Климаты
Бындағы климат эске континенталь субтропик, ҡаланың таулы урыны арҡаһында бер ни тиклем йомшара. Дүшәнбеләге йәй оҙайлы һәм эҫе, яуым-төшөм бик һирәк. Ҡыш, киреһенсә, бик ҡыҫҡа, яуым төшөмдөң юғары булыуы урта диңгеҙ буйы климатын хәтерләтә. Яҙ ямғырлы һәм сағыштырмаса оҙайлы, йәшенле. Көҙҙөң башы ҡоро, әммә һуңғараҡ ул ямғырлыға һәм еүешкә әйләнә. Июнь-октябрь айҙары ҡоро, ә декабрь-май дымлы миҙгел тип билдәләнә. Ғинуарҙың уртаса температураһы — 1 °С, июлдеке — 28 °С.
Remove ads
Тарихы
Дүшәнбинкә йылғаһы яры буйында беҙҙең эраға тиклем III, бәлки IV быуатта уҡ, Ҡушан батшалығы ваҡытында антик ҡала барлыҡҡа килә. Керамика табылдыҡтары ҡала стеналары артында шахракхо ауылдары булыуын дәлилиләй. Дүшәмбе ҡышлаҡтары тураһындағы тәүге яҙма иҫкә алыуҙар 1676 йылдар аҙағында була.[4]. Ҡала юл сатында барлыҡҡа килә, һәр дүшәмбе көнө һайын унда ҙур баҙар ойошторола. Ошонан ҡаланың исеме килеп сыҡҡан да инде. Тажик телендә «душанбе» аҙнаның тәүге көнөн дүшәмбене аңлата. Ҡышлаҡта 500-ҙән ашыу хужалыҡ була һәм яҡынса 8000 кеше йәшәй. 1826 йылда хәҙерге Дүшәнбе ҡалаһы Дүшәнбе-Ҡурған тип аталған. Был ҡала күрһәтелгән тәүге карта 1875 йылда төҙөлә. Ул ваҡытта ҡала текә ярҙа ултырған һәм 10 мең кеше йәшәгән ҡәлғә була. Йәмәғәтселек үҙәге булып Каруанһарай һанала. Ҡалала мәҙрәсәләр, мәктәптәр була.[5][6] Дүшәнбе Бохара әмирлеге составында була. 1920 йылда һуңғы бохара әмире бында килә һәм киләһе йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияның эшсе-крәҫтиәндәр һөжүменән һуң бынан да кире ҡаса. 1922 йылдың башында ҡала Әнүәр-Паша етәкселегендәге баҫмасылар ғәскәре тарафынан баҫып алына, тик 1922 йылдың 14 июлендә[7] яңынан большевиктар власы аҫтына күсә һәм Үзбәк СССР-ы составындағы Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1924—1929 йылдарҙа ҡала рәсми рәүештә Дүшәнбе тип йөрөтөлә. 1929 йылдың 16 октябрендә Иосиф Виссарионович Сталин хөрмәтенә Сталинабад тип үҙгәртелә. 1961 йылдың 10 ноябрендә ҡалаға Дүшәнбе тигән тәүге тарихи исеме кире ҡайтарыла.
1929 йылда тәүге тимер юлы һалына. Ул ҡаланы Ташкент һәм Мәскәү менән тоташтыра. Был иһә ҡалала туҡыусылыҡтың, электр һәм аҙыҡ-түлек, машиналар төҙөү сәнәғәтенең үҫешенә килтерә.
1990 йылда власть менән риза булмау арҡаһында Дүшәнбелә күмәк кеше ҡатнашаҡан тәртипһеҙлектәр башлана.
Remove ads
Административ-территориаль бүленеше

Дүшәнбе — Тажикстанда райондарға бүленгән берҙән-бер ҡала.
2013 йылдың 18 июлендә Дүшәнбе территорияһын өс тапҡыр киңәйтеү планы тураһында иғлан ителә.[8].
Дүшәнбе 4 районға бүленә. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ хакимәте (район хөкүмәте) бар:
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads