Евтушенко Евгений Викторович

иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006). 2006—2010 йылдарҙа тиклем Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Евтушенко Евгений Викторович (29 июль 1962 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006). 20062010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры[1].

Remove ads

Биографияһы

Евгений Викторович Евтушенко 1962 йылдың 29 июлендә Ырымбур өлкәһе Ташлы районы Вязовое ауылында тыуған.. 1984 йылда «Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларында иҡтисад һәм идара итеү» һөнәре буйынса[2] Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң — Өфө синтетик спирт заводында, артабан 1985 йылдан алып «Башнефтехимзаводы» берекмәһендә эшләй. 1986—1988 йылдарҙа Өфө нефть институтында өлкән инженер була. 1991 йылда ошо институтта аспирантура тамамлай[3]. 1992 йылдан башлап башлап Өфө нефть эшкәртеү заводының баш бухгалтеры, 1995 йылдан — «Нефтехиминвест» ЯАЙ-ның (Өфө) генераль директоры. 1998 йылда ҡабаттан ӨДНТУ-ға эшкә ҡайта һәм 2012 йылға тиклем шунда эшләй. 2001 йылдан алып — иҡтисад һәм менеджмент факультеты деканы, 2004 йылдан — Иҡтисад институты директоры. 2006 йылда — нефть һәм газ сәнәғәте предприятиенда иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры. 2012 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы.[1].

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте предприятелары эшен стратегик планлаштырыу, ойоштороу, идара итеү, яңыртыу һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған.

Төп ғилми хеҙмәттәре

  • Методические основы реструктуризации нефтеперерабатывающего предприятия в условиях отрицательного воздействия внешних экономических факторов. Уфа, 2000;
  • Модели и технологии реструктуризации нефтеперерабатывающего предприятия. М., 2003;
  • Основы стратегической реструктуризации предприятия. М., 2003.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads