Евфрат

From Wikipedia, the free encyclopedia

Евфратmap
Remove ads

Евфра́т (төр. Fırat, Фырат[1]; ғәр. الفرات, Эль-Фурат[2]; әрм. Եփրատ Ep'rat, курд. Firat) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәре аша аға.

Ҡыҫҡа факттар Евфрат, төр. Fırat, ғәр. الفرات ...
Remove ads

География

Оҙонлоғо — 2700 км (ҡушылдығы Морат менән бергә — 3065 км), бассейн майҙаны — 673 мең км².

Әрмән таулығында, Морат һәм Карасу (Ҡараһыу) йылғалары ҡушылған урында башлана[3]. Үрге ағымында тау йылғаһы булараҡ аға, Әрмән таулығының Малатья һәм Эргани һырттарын үтеп артабан Сүриәлә сүлле платоһында һәм төньяҡ Месопотамияла тәрән үҙән буйлап, ә Хит ҡалаһынан түбәнерәк — яҫы Месопотамия уйһыулығы буйлап аға[3]. Месопотамия уйһыулығының ҡайһы бер урындарында киңлеге 500 метрға, ә тәрәнлеге 10 метрға барып етә.

Хит ҡалаһы (Ираҡ) янында уртаса һыу сығымы — 840 м³/сек., максималь һыу сығымы — 3—4 мең м³/сек., минималь һыу сығымы — 180 м³/сек.; йыллыҡ һыу сығымы — 26,4 км³[3].

Түбәнге ағымында Евфрат Тигр йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[3].

Төп ҡушылдыҡтары — Хабур (һул), Белих, Тохма һәм Гёксу (барыһы ла уң)[3].

Remove ads

Этимология

Йылғаның атмаһы арамей теленән һүҙмә-һуҙ тәржемә иткәндә «татлы һыу» тип аңлатыла[3].

Ентеклерәк мәғлүмәт Тел, Евфрат атамалары ...

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads