Елгәргес

From Wikipedia, the free encyclopedia

Елгәргес
Remove ads

Елгәргес (рус. Ве́ялка) — игенде кәбәгенән таҙарта торған ауыл хужалығы машинаһы. Шулай уҡ елгәргән ваҡытта иген ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә таҙара. Иген культураларын урып-йыйыу эше тамамланғас, һуҡтырғас, елгәреүгә тотоналар.

Ҡыҫҡа факттар Кана әлифбаһында исеме ...


Ябай ысул менән елгәргән ваҡытта иген көрәк (һоҫҡо) ярҙамында һауаға сөйөлә, орлоҡ кире аҫҡа төшә, ә кәбәкте ел ситкә осора.

Ваҡыт уҙыу менән техника ҡулланыла башлай, иләк өҫтәндә әйләнеп торған вентиляторҙарҙан килгән һауа кәбәкте ситкә осора.


Remove ads

Тарихы

Thumb
Боронғо Мысырҙа иген елгәреү өсөн махсус һоҫҡолар.

Ҡытай

Thumb
Ҡытай елгәргесе. Тяньгун Кайу энциклопедияһынан, 1637 йылда баҫылған

Боронғо Ҡытайҙа тәүге тапҡыр вентиляторы әйләнеп, кәбәкте осороп торған елгәргес ҡулланылған. Был хаҡта 1313 йылда Ҡытайҙа тәүге китап баҫтырып сығарған Ван Чжэнь ауыл хужалығы тураһында «Нун Шу» тигән йыйылма хеҙмәтендә яҙған[1]

Европа

Нортумберлендтағы саксон ауылдарында, мәҫәлән, монах Беда (Beda Venerabilis) һүрәтләгән Ад Джефринда (хәҙерге Йиверинг) ауылында үткәрелгән ҡаҙыныу эштәрендә[2] үтәләй ел өрөп торһон өсөн ике яҡ остан ишектәр ҡуйып эшләнгән амбарҙар табылған[3]

Европала 1700 йылдарға тиклем ҡытай техникаһы ҡулланылмай[4] «Диңгеҙ вентиляторы» тип атала башлаған елгәргестәрҙе 1720 йылдар арауығында голланд диңгеҙселәре Европаға алып ҡайта. Яҡынса шул уҡ ваҡытта шведтар ошондай уҡ өлгөләрҙе килтерә[5]

1737 йылда Роксбургширҙағы Каверс имениеһында фермер Эндрю Роджер кукуруз елгәргесе уйлап таба. Уның менән Шотландияла был ғаилә күп йылдар дауамында уңышлы сауҙа итә. Ҡайһы бер дин әһелдәре иһә яһалма ел Хоҙайға ҡаршы барыу, был гонаһлы ғәмәл тип белдерә[6]

Грек мифологияһында

Елгәргес һоҫҡо (liknon) Дионис йола ғөрөф-ғәҙәтендә һәм Элевсин мистерияларында һүрәтләнгән[7]

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads