Емеш ҡорттары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Емеш ҡорто, емеш күбәләге[1], емеш мыры[2] (лат. Cydia nigricana, syn. Laspeyresia nigricana, (рус. плодожорка[3]) –япраҡтөргөстәр ғаиләһенән булған күбәләк төрҙәренең гөмөми исеме. Ҡарышлыуыҡтары, башлыса, үҫемлек емештәрендә үҫә. 50 -гә яҡын төрө билдәле, уларҙың күбеһе культуралы үҫемлек ҡортоҡостары. Ҡанат йәйеме 8-20 мм, кәүҙәһенең киңлеге оҙонлоғоноң яртыһын тәшкил итә.
Борсаҡ ҡорттары Laspeyresia nigricana борсаҡ һ.б. ҡуҙаҡлы культураларҙы зарарлай. Бер йылда 1 быуын үҫеп етә. Ҡарышлауыҡтартупраҡта ҡышлай. Күбәләктәр борсаҡның сәскә атыу ваҡытында осоп сыға. Инә заттар күкәйен күбеһенсә япраҡтарға һала. Ҡарышлауыҡтар ҡуҙаҡ эсенә керә һәм борсаҡ бөртөгөн кимерә.
Алмағас ҡорттары (Laspeyresia (Carpocaрsa) pamonella), слива ҡорттары (L. (Grapholitha) funebrana) һәм борсаҡ ҡорттары (L. nigricana) киң таралған.
Remove ads
Емеш ҡорттары менән көрәшеү ысулдары
Иртә яҙҙа ағас кәүҫәләрен ҡороған ҡайырҙан таҙартыу, емеш ағастарына фосфорорганик препараттар (метатион йәки метафос) һиптерү; слива ҡорттары − баҡсала тупраҡты йәйен йомшартыу, көҙөн эшкәртеү, химик препараттар менән бөркөү; борсаҡ ҡорттары − көҙҙән ерҙе тирән итеп һуҡалау, 2 тапҡыр трихограммалар ебәреү, сәсеүлек майҙанына метафос һиптереү.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡ
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads