Емченко Владимир Степанович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Емченко Владимир Степанович (21 сентябрь 1935 йыл — 8 август 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, инженер-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Степанович Емченко 1935 йылдың 21 сентябрендә Алтай крайы Ключевский районы Ульяновка ауылында тыуған.
1973 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1951 йылда һатыусы булып башлай.
1953 йылдан Магнитогорск металлургия комбинатында ОТК контролеры булып эшләй.
1955—1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1958 йылдан 1977 йылға тиклем Магнитогорск металлургия комбинатының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары булып эшләй, артабан ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Комбинатта мастер, смена башлығы, «Стан-250» башлығы була.
1978—1983 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында прокат цехы начальнигы, комбинаттың баш инженеры вазифаһын биләй[1]
Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында уҡыта.
«150»-се автоматлаштырылған прокат станы төҙөүгә һәм үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. Уйлап табыуҙарға 12 авторлыҡ таныҡлығы бар. 12 баҫма хеҙмәт авторы.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[2].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads