Мөртәтлек

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мөртәтлек
Remove ads

Мөртәтлек, Ересь (бор. грек. αἵρεσις бор. грек. αἵρεσιςαἵρεσις — «һайлау, йүнәлеш, мәктәп, уҡыу-уҡытыу, секта» ;рус. Ересь) — дөрөҫ тип һанала торған дини тәғлимәткә икенсе ҡараш тәҡдим итеп, дини тәғлимәттән аңлы рәүештә ситкә тайпылыу. Шулай итеп, дини тәғлимәттең ике төрлө ағымы вәкилдәре бер-береһен мөртәтлектә ғәйепләп сыға алалар.

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә, Ҡапма-ҡаршыһы ...
Remove ads

Динлеләр ҡарашы

Әтергә кәрәк, Библия текстарында грек телендәге термин αἵρεσις икенсе мәғәнәлә ҡулланыла, мәҫәлән Павелдың Коринф кешеләренә Беренсе мөрәжәғәтендә: δεῖ γὰρ καὶ αἱρέσεις ἐν ὑμῖν εἶναι, ἵνα οἱ δόκιμοι φανεροὶ γένωνται ἐν ὑμῖν. Урыҫса синод тәржемәһендә һүҙ «төрлөсә фекерләү» («разномыслие») тип тәржемә ителгән: «Ибо надлежит быть и разномыслиям между вами, дабы открылись между вами искусные» (1Кор. 11:19). Мәгәр Книга Деяний китабындағы текста «<…> πρωτοστάτην τε τῆς τῶν Ναζωραίων αἱρέσεως» был һүҙ «ересь» тип алынған(Деян. 24:5).

Этимологик йәһәттән, IV быуат Сиркәү Атаһы Иероним Стридонский билдәләгәнсә, ересь кеше үҙ хөкөмөнә нигеҙләнеп ниндәй тәғлимәткә ышанырга икәнен һайлағанда барлыҡҡа килә. Күпселек аңлатмалар буйынса, сиркәү расколынан айырмалы булараҡ, ересь сиркәүҙә түгел, ә уға ҡарата тышҡы күренеш булараҡ килеп тыуа. Был ысул һөҙөмтәһендә, барлыҡ дуалистик ерестар — манихейлыҡ, антитринитарҙары — арианлыҡ тигән һығымта яһала.

Теология күҙлегеннән ҡарағанда, ересь — "Аллаһ тарафыннан асылған тәғлимәттән аңлы рәүештә баш тартыу, яңылыш хәҡиҡәткә эйәреү[1].

Рим католик сиркәүендә ересҡа ҡаршы көрәште инквизиция алып бара.

Remove ads

Көнкүрештәге ҡараш

Көнкүреш кимәлендәге телмәрҙә ҡайһы ваҡыт һөйләүсенең ысын тип иҫәпләнгән тәғлимәтте аңлы рәүештә кире ҡағыуы йә боҙоп күрһәтеүе, шулай уҡ ялған тип иҫәпләнгән фекерҙе аңлы рәүештә дөрөҫ тип раҫлауҙы «ересь» тип әйтеүсәндәр.

Исламда

Традицион рәүештә, сөнниҙәр, ғибәҙиҙәр, шиғыйҙар, шулай уҡ төрлө конфессиялы шиғыйҙар бер-береһен бер-береһен еретик тип атайҙар. Ләкин хәҙерге ваҡытта, Ислам хеҙмәттәшлеге Ойошмаһына ағза булыу сәбәпле, унда дәүләттәр өс ағымдың өҫтөнлөгө менән күрһәтелгән, мосолман дәүләттәре хөкүмәттәре ғәҙәттә был ағымдарҙы, йыш ҡына бик үк дөрөҫ булмаһа ла, мосолман тип таныйҙар.

Шул уҡ ваҡытта, сәләфиҙәргә эйәреп, экстремистик сөнни ойошмалар шиғыйҙарҙы һәм суфыйҙарҙы кәм тигәндә фетнәселәр тип һанайҙар; шиғыйҙарҙың да оҡшаш ойошмалары бар. Әхмәҙиә Пакистанда бидғәтсе тип һанала, унда рәсми ислам дине — сөннилек. Исламдан сыҡҡан ҡайһы бер яңы диндәр (мәҫәлән, Сихтар, Баһайҙар һәм Ислам Миллләте) башта еретик һаналдылар. Хәҙерге ваҡытта түбәндәге ислам хәрәкәттәре йыш кына бидғәтсе дип атала:

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads