Ермолаево мәсете
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
«Рамаҙан» мәсете — Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылындағы мәсет. Мәсет райондан сыҡҡан эшҡыуарҙар һәм район предприятиелары тарафынан йыйылған хәйриә фонды ярҙамында төҙөлә. Идеяны Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Көйөргәҙе районына сәфәре ваҡытында әйтә. Нигеҙ һалыусыһы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ҡотлоәхмәтов Әхәт Йәүҙәт улы. Дөйөм майҙаны 300 м кв.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Remove ads
Тарихы
Уға нигеҙ 2004 йылдың сентябрендә һалынған. Беренсе нигеҙ ташын һалырға БР диниә назараты мөфтөфө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин килә.
2008 йылдың 28 ғинуарында рәсми асылды. Мәсет ике ҡатлы, ике манаралы. Беренсе ҡатта ирҙәр өсөн намаҙ уҡыу урыны, ашхана һәм тәһәрәт бүлмәләре, аҫҡы(цоколь) ҡатта уҡыу залы, ҡунаҡхана һәм эш бүлмәләре урынлашҡан. Тағы ла беренсе ҡатта сөннәтсә урынлашҡан. Ул балкон формаһында. Был сөннәтсәлә бер юлы йөҙ ҡатын- ҡыҙ намаҙ уҡый ала. Асылған ваҡыттағы тантанаға Башҡортостан Республикаһы диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаттары, күрше район хакимиәт башлыҡтары, һәм имам-хатибтары килде.
Тыш яҡтан ҡыҙыл кирбестән эшләнгән. Инеү ике яҡтан, ал яҡтан Дуҫлыҡ урамы яғынан һәм артҡы ишек Көнсығыш урамына ҡарай. Манараларының өҫ яғы алтын менән көпләнгән, бейеклеге 17 метр.

Remove ads
Имамдары
1. Имам- хатиб Хәлилов Азат Насретдин улы 2008 йылдың 28 ғинуарынан алып(асылған көндән) 2021 декабрь айынаса
2. Имам- хатиб Шабаев Ильяс Идеал улы - 2022 йыл
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads