Ефремов Фёдор Герасимович
нефть һәм газ сығарыу тармағы эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ефремов Фёдор Герасимович (14 июль 1906 йыл — 30 март 1972 йыл) — нефть сығарыу тармағы эшмәкәре. 1950—1967 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1959), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1951, 1966) ордендары кавалеры. Бөрө ҡалаһының почётлы гражданы.
Remove ads
Биографияһы
Фёдор Герасимович Ефремов 1906 йылдың 1 (14) июлендә Пенза губернаһының Рузвель ауылында тыуған (хәҙер Пенза өлкәһе Наровчаты районы).
1939 йылда Баҡы сәнәғәт академияһын тамамлай. Артабан Әзербайжан ССР-ы һәм Үзбәк ССР-ының нефть промыслаларында эшләй: 1947 йылдан — баш инженер, «Татнефтегазразведка» тресы идарасыһы, 1950—1967 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы идарасыһы.
Башҡортостан биләмәләрендә Арлан, Сытырман, Тәтешле, Уръябаш нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. 60‑сы йылдарҙа тәрән скважиналарҙы (3000 м ашыу) быраулау, нефть промыслаларында мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешле күсмә объекттар урынлаштырыу эштәрендә туранан-тура ҡатнаша. Татарстандағы Ромашкинский нефть ятҡылығын асыусыларҙың береһе.
1972 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- эре яңы нефть ятҡылыҡтарын асыуы өсөн икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)
- Ленин ордены (1959)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948, 1951, 1966)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965)
- Бөрө ҡалаһының почётлы гражданы
Һылтанмалар
- Ефремов Фёдор Герасимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Энциклопедия Урала 2016 йыл 4 март архивланған.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads