Ехидна (мифология)

боронғо грек мифологияһы ярым ҡатын-ҡыҙ-ярым йылан рәүешендә һүрәтләнгән алиһә From Wikipedia, the free encyclopedia

Ехидна (мифология)
Remove ads

Ехи́дна, Эхидна (боронғо грек телендәἜχιδνα, һүҙмә-һүҙ «ҡара йылан») — боронғо грек мифологияһы ярым ҡатын-ҡыҙ-ярым йылан рәүешендә һүрәтләнгән алиһә (дракайна)[4].

Форкия менән Кетоның Киликия Аримдарында ер аҫтында йәшәгән ҡыҙы[5], йә Тартар менән Геяның ҡыҙы[6], йә Перанттың (Πείρας) һәм Стикстың ҡыҙы[7], йәки Фанеттың ҡыҙы[8].

Ике башлы эт Орфтың[9], өс башлы Церберҙы[10]ң, Лерней гидраһының[11], Немея арыҫланының (Тифондан йәки Орфтан), Химераның[12], Сфинкстың[13], Колхида аждаһаһының һәм Эфондың[14] (Прометейҙың бауырын суҡыған Зевстың бөркөтө) әсәһе.

Матур йөҙлө һәм йылан кәүҙәле, матурлыҡты һәм аяуһыҙлыҡты берләштергән ҡатын-ҡыҙ рәүешендә һүрәтләнә. Ҡайһы берҙә йөҙ башлы тип йөрөтәләр[15]. Аҙашҡан сәйәхәтселәрҙе тотоп ашай.

Пиндар әйтеүенсә, ул тыуғанда әсәһенең ҡарынын тишеп килеп сыҡҡан[16]. Тиберий уны Гай Калигуланың ехиднаһы менән сағыштыра[17].

Мифтарҙың төрлө варианттарында Ехиднаны Геракл йәки Эдип үлтерә. Тағы бер вариант буйынса, йоҡлаған саҡта Аргус быуып үлтерә[18].

Remove ads

Башҡа мәҙәниәттәрҙә

Рим яулап алған Галлия аша Ехидна көнбайыш провинцияларына тарала. Мәҫәлән, Көньяҡ Францияның халыҡ риүәйәттәрендә (Прованс һәм (Лангедок) ҡурҡыныс йыртҡыс вуивре (йәки утлы йылан) тураһында һөйләйҙәр. Ул «билгә тиклем ҡыҙ кеше кеүек, ә билдән аҫҡа табан крокодил ҡиәфәтле». Һәм был «вуивр»ҙың маңлайында «ут» (карфункул) яна. Йыртҡыс йылғала һыу ингәндә, ул ҡиммәтле ташты яр буйында ҡалдыра, әйтерһең дә, «таштан айырыла». Легендаға ярашлы, хәйлә ҡороп, был ташты урлай алған кеше бығаса күрелмәгән бәхеткә ирешәсәк: «вуивр ташы» уға бөтә ер аҫты хазиналары асыла ярҙам итә[19]:107-108.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads