Журавлёв Вячеслав Васильевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Журавлёв Вячеслав Васильевич (30 май 1963 йыл ) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың йәштәр эше, физик культура һәм туризм буйынса комиссия ағзаһы.
Remove ads
Биографияһы
Вячеслав Васильевич Журавлёв 1963 йылдың 30 майында Ашхабад ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1989 йылда Ленинград тимер юл инженерҙары институтын (хәҙерге исеме Петербургский государственный университет путей сообщения) тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1980 йылда Салауат нефтехимия комбинатында слесарь булып башлай. 1981—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1985 йылда Стәрлетамаҡ станцияһы локоматив депоһында слесарь булып эшләй. Артабан машинист ярҙамсыһы, йөк ташыу тепловозы машинисы булып эшләй. 1992 йылдан пассажирҙар ташыусы тепловоз машинасы. [1] Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 130-сы Нагуманов һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Өйләнгән, ғаиләһендә бер ул үҫтергәндәр.
Remove ads
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads