Журавлёв Евгений Филиппович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Журавлёв Евгений Филиппович
Remove ads

Журавлёв Евгений Филиппович (15 февраль 1910 йыл, Ижевск заводы ҡасабаһы, Вятка губернаһы — 8 февраль 1984 йыл, Өфө) — совет ғалим-химигы, профессор, химия фәндәре докторы, Пермь университетының (1950–1964), Воронеж политехник институтының (1964–1969), Башҡорт дәүләт университетының (1969–1984) органик булмаған химия кафедраһы мөдире.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Шыйыҡ фазалы һыу-тоҙ һәм органик системаларҙың тикшеренеүсеһе,  ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың,  аммоний хлоридтарының һәм калий, калий дихроматының бүленеүенең һәм уларҙы таҙартыу буйынса сәнәғәт технологияларын эшләүсе. Химик В.В.Щепиндың ҡайныһы.

Remove ads

Биографияһы

1931 йылда эшсе комитет юлламаһы буйынса Пермь университетының химия факультетына уҡырға инә һәм  «Равновесие четвертной системы вода-этиловый спирт–гликоль-поташ» темаһына диплом эшен яҡлап, 1936 йылда тамамлай.

Кафедра мөдире Р.В. Мерцлин рекомендацияһы буйынса  органик булмаған химия кафедраһында ассистент итеп ҡалдыралар[1].  1937 йылдан – органик булмаған химия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

Һуғышҡа тиклем университетта  химия факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй.

1942 йылдан  1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, Мәскәүҙән алып Кёнигсбергҡа тиклем һуғышып үтә. (Үҙәк фронт,  16-сы гвардия уҡсылар дивизияһы II гвардия армияһы   3-сө Белорус фронты)[2], һуғышты гвардия капитаны дәрәжәһендә тамамлай.

Университетҡа ҡайтып,  кандидатлыҡ (1948), 1963 йылда  докторлылыҡ диссертацияларын яҡлай.

1950 йылдан 1964 йылға тиклем  — Пермь университетының органик булмаған химия кафедраһы мөдире (Р.В. Мерцлиндың Һарытау университеты ректоры булып тәғәйенләнеүе менән бәйле)[3].

1964 йылдан 1969 йылға тиклем — Воронеж политехник институтының органик булмаған химия кафедраһы мөдире 

1969 йылдан 1984 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университетының[4] органик булмаған химия кафедраһы мөдире[5][6]

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

1936 йылдан органик булмаған химия кафедраһында ассистент булғанда уҡ әүҙем ғилми-тикшеренеү эштәрен башлай, 1937 йылда уҡ уның  тәүге баҫмалары сыға (Р.В. Мерцлиндың икенсе уҡыусыһы — К И. Мочаловтың баҫмалары менән бергә)[7].

Ҡазанда яҡлаған кандидатлыҡ диссертацияһы («Приложение физико-химического анализа к равновесию жидких фаз в трехкомпонентных системах»,1948), шыйыҡ фазаларҙың иреүсәнлеге менән өс компонентлы системаларҙың физик-химик анализына арналған.  1963 йылда  "Двухфазное жидкое состояние в трехкомпонентных системах" темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Уның етәкселегендә (1950–1964). органик булмаған химия кафедраһы коллективы  физик-химик анализ өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә.  1950 йылдарҙа Е. Ф. Журавлев инициативаһы буйынса минераль тоҙҙар— натрий гидрокарбонаты һәм калий дихроматын алыу буйынса  теоретик нигеҙҙәрҙе әҙерләү менән бәйле фәнни йүнәлеш үҫеш ала[8].  1940  йылдар аҙағында һәм 1965 йылға тиклем ул  30-ға яҡын мәҡәлә баҫтырып сығара.

Башҡорт дәүләт университетында органик булмаған химия кафедраһы мөдире булараҡ  (1969–1984), 20-нән ашыу фән кандидаты, 2 фән докторы әҙерләй,  Башҡорт дәүләт университетында химия факультетының кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе. Уның етәкселегендә кафедрала составында азот булған органик берләшмәләр менән f- һәм d- элементтар комплексының барлыҡҡа килеүе ентекле өйрәнелә, уларҙың составы асыҡлана һәм уларҙы алыу шарттары ҡулайлаштырыла,  ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙы һәм d-элементтарҙы айырыу ысулдары тәҡдим ителә[8].

Е. Ф. Журавлев — дөйөм алғанда 200  фәнни хеҙмәттең һәм 3 уйлап табыуҙың авторы. Уның хеҙмәттәре физик-химик анализды байыта. Улар Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ сит илдәрҙә лә танылыу ала. Уның етәкселеге аҫтында ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың (радиоактивтарҙан тыш), аммоний хлоридтарын, калийҙы һәм калий дихроматын таҙартыу технологиялары эшкәртелә.  Башҡортостанда химик һәм химик-технологик белемдең үҫешенә байтаҡ өлөш индерә[9].

Remove ads

Фәнни һәм йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы.

  • СССР Юғары Советына һайлауҙар буйынса участка һайлау комиссияһы ағзаһы  (1930 йылдар аҙағы).
  • Пермь ҡалаһының Дзержинский хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ағзаһы (1948–1952).
  • Пермь ҡалаһының Дзержинский район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты (1951).
  • Пермь совет халыҡ хужалығының техник-иҡтисади советы ағзаһы (1958).
  • Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһен биреү буйынса Воронеж политехник институты Советы ағзаһы[10] (1969).
  • Башҡорт дәүләт университеты химия факультетының кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе[3].

Е. Ф. Журавлевтың патенттары

Төрлөләр

Журавлев Евгений Филипповичтың улы Владимир Евгеньевич Пермь дәүләт университеты Тәбиғи фәндәр институтында радиохимия лабораторияһы мөдире була (1965—1983), (1992—1995), шулай уҡ Тәбиғи фәндәр институтында фән буйынса директор урынбаҫары була (1983—1992)[11].

2002 йылдан радиохимия лабораторияһын Е. Ф. Журавлевтың ҡыҙы Щепина Надежда Евгеньевна етәкләй[12][13].

Ҡыҙы — Журавлёва Светлана Евгеньевна (7 апрель 1960 йыл) — спортсы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[14].

Пермь дәүләт университетында химия корпусының 3 ҡатында (органик булмаған химия кафедраһы) 2010 йылда Е. Ф. Журавлевтың тыуыуына йөҙ йыл айҡанлы мемориаль таҡтаташ асыла.

Remove ads

Бүләктәре

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads