Занзибар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Занзибарmap
Remove ads

Занзиба́р (суахили Jamhuri ya Watu wa Zanzibar, ингл. People's Republic of Zanzibar, ғәр. زنجبار — Занзибар Халыҡ Республикаһы) — Берләшкән Танзания Республикаһы составындағы ярым автономия. Ике төп уртауҙан — Пемба һәм Унгуджа (Занзибар) утрауҙарынан тора.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Административ үҙәге — Занзибар ҡалаһы (257 мең кеше (2003)).

Remove ads

Тарих

Урта быуаттарҙа Занзибарҙа Көнсығыш Африканан килтерелгән ҡолдар менән һатыу итеү үҫешә. Ваҡыт үтеү менән ҡолдар менән сауҙа итеү Омандан сыҡҡан ғәрәп сауҙагәрҙәре контроле аҫтына күсә, улар төбәк аҡһөйәктәренең йәҙрәһен тәшкил итә. XVI быуатта Занзибар Португалияның колониаль биләмәләре составына керә, бындағы солтан власы оҙаҡ ваҡытҡа номиналь булып ҡала. XVII быуат уртаһында Һинд океанының көнбайыш өлөшөндә ғәрәптәр яңынан үҙ йоғонтоһон ҡайтара башлай.

1853 йылға ҡарай Оман солтаны Сәйет ибн Солтан Көнсығыш Африка яр буйының ҙур ғына өлөшөн үҙ контроле аҫтына ала һәм баш ҡалаһын Маскаттан Занзибарға (Унгуджаға) күсерә. Африканан килтерелгән фил һөйәгенә һәм ҡолдарҙы һатыуға һорау артҡас, утрау яңынан иҡтисади үҫеш кисерә. Занзибарҙа киң төҙөлөш башлана, утрауҙаңы архитектура ҡомартҡылары ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫына индерелә.

1861 йылда Занзибар солтанлығы Оман солтанлығынан айырыла, ә 1890 йылда Британия империяһы протекторатына әүерелә.

1963 йылда Бөйөк Британия хөкүмәте утрауҙарҙы ғәрәп солтанына тапшыра һәм Занзибар бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә. 1964 йылда утрауҙа ихтилал тоҡана: Занзибарҙың ҡара тәнле халҡы ғәрәптәр хакимлығы аҫтында ҡалғығыһы килмәй һәм уны бөтөрә. Һөҙөмтәлә Занзибар континенталь Африкала урынлашҡан Таньганьика менән берләшә һәм Берләшкән Танзания Республикаһы (Берләшкән Таньганьика һәм Занзибар Республикаһы) барлыҡҡа килә.

Remove ads

Статус

Thumb
Занзибарҙың биш өлкәһе менән бергә Танзания өлкәләре

Занзибарҙың башлығы — Занзибар президенты һәм бер үк ваҡытта Танзанияның вице-президенты булып тора. Уның вәкәләтлегенә архипелагтың эске эштәре ҡала, шул уҡ ваҡытта тышҡы сәйәсәт — Танзанияға күсә.

2005 йылдан Занзибарҙың үҙ флагы һәм парламенты була, Занзибар президенты ла һаҡланып ҡала.

Президент Занзибар революцион хөкүмәте башлығы булып тора[2]. Президент 5 йылға бер һәм тик бер генә срокка һайлана[3].

Занзибар вәкилдәр палатаһы ярым автономияның законодар сығарыусы орган булып тора. Парламент составына 81 ағза керә[4].

Remove ads

Административ бүленеш

Берләшкән Танзания Республикаһы составында Занзибар ярым автономия булып тора. Уның составына Танзанияның биш өлкәһе керә[1]:

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Өлкә (мкоа) ...


Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads