Зарипов Сәмиғулла Зариф улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Зарипов Сәмиғулла Зариф улы (1904 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Зарипов Сәмиғулла Зариф улы 1904 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡандра районы (хәҙерге Туймазы районы) Сәйрән ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 10 декабрендә (икенсе мәғлүмәт буйынса 2 декабрендә) Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1][2].

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала[1][2]. Документтарҙа ҡатыны Зарипова Нәзирә телгә алына[1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads