Захаров Матвей Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Захаров Матвей Васильевич
Remove ads

Захаров Матвей Васильевич (5 (17) август 1898 йыл — 31 ғинуар 1972, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1959), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы, СССР Юғары Советы депутаты (4-8-се саҡырылыш), профессор.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Йәшлеге

1898 йылдың 17 авгусында (иҫке стиль буйынса — 5 августа) Тверь губернаһы Старицкий өйәҙе Татаркоский улусының Войлово ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1904 йылда ғаилә Санкт-Петербургҡа күсенә, унда атаһы балта оҫтаһы булып эшләй. 1913 йылда Тверь ҡала юғары башланғыс училищеһын тамамлай, Петроград заводтарында слесарь булып эшләй. 1917 йылда Петроградтағы революцион ваҡиғаларҙың актив ҡатнашыусыһы, «Сименс и Гальске» заводының Ҡыҙыл Гвардия отрядына инә. Был отрядта 7 ноябрҙә (иҫке стиль буйынса 25 октябрҙә) Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа һәм Керенский — Красновтың контрреволюцион фетнәнһен баҫтырыуҙа Пулково янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1917 йылдың декабрендә РСДРП-ға инә.

Граждандар һуғышы

Петроградтың әүҙем коммунисы булараҡ, Захаров яңы ғына төҙөлә башлаған Ҡыҙыл армияға йүнәлтелә. 1918 йылда 2-се Совет Петроград артиллерия курстары тамамлай. 1918 йылда Граждандар һуғышы фронттарында, шул уҡ йылдың декабрендә Царицын янындағы 10-сы армияла артиллерия батареяһы менән командалыҡ итә. Артабан генерал А. И. Деникин ғәскәренә һәм Төньяҡ Кавказда һәм Ставрополье крайында аҡ казак ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads