Зелпе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Зелпе (лат. Euónymus alátus, рус. бересклет) — зелпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Азияның көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында таралған. Башҡортостанда сөйәлле зелпе үҫә. Ҡара сөйәлле үренделе һәм һоро нәҙек олонло япраҡ ҡойоусы 1—2 м бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, эллипс рәүешендә, осло, ҡапма-ҡаршы теҙелешле, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе ваҡ, көрән, насар «сысҡан» еҫле япраҡ ҡуйыны суғында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — орлоҡ яны япрағы ҡыҙыл төҫтәге ҡумта, сентябрҙә өлгөрә.
Remove ads
Үҫеү урындары
Киң япраҡлы һәм ҡарағай урмандарының ваҡ ағаслығында һәм ситендә үҫә; Башҡортостанда киң таралған. Емеше ағыулы. Декоратив үҫемлек. Баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыуҙа һәм баҡса-парк төҙөлөшөндә ҡулланыла.
Әҙәбиәттә
«Сәмреғош ҡанат ҡанат ҡаға» тигән әҫәрҙә (авторы — Мөкәрәмә Садиҡова) зелпе ҡайырыhы автомобиль тәгәрмәстәре яhау өсөн резина ҡайнатыуға кәрәкле икәнлеге яҙыла.
|
— тигән юлдар бар был әҫәрҙә.
Remove ads
Һылтанмалар
- Сәмреғош ҡанат ҡаға-14 2016 йыл 4 март архивланған.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
