Земфира
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы, ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
Remove ads
Биографияһы
Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.
Remove ads
Ижади эшмәкәрлеге
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Тур-2016» барышында Земфира Өфөлә сығыш яһаясаҡ, уның тыуған ҡалаһындағы һуңғы концерты 2013 йылда булғайны. Илдең ҡайһы ҡалаларына барасағы хаҡында йырсы үҙенең рәсми сайтында белдергән[4].
Земфираның «Маленький человек» тип исемләнгән «Тур-2016»ның Америкалағы һуңғы концерты Лос-Анджелеста була[5].
Дискографияһы
- Номерлы альбомдар
- «Земфира» (1999)
- «Кисер мине минең һөйөү» («Прости меня моя любовь») (2000)
- «Ун дүрт аҙна тынлыҡ» («Четырнадцать недель тишины») (2002)
- «Вендетта» (2005)
- «Рәхмәт» («Спасибо») (2007)
- «Һинең башыңда йәшәргә» («Жить в твоей голове») (2013)
- «Бордерлайн» (2021)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads