Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы — (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ураҙ ауылынан[1].

Биографияһы

Өлфәт Ғаяз улы Зиннуров 1950 йылдың 1 ғинуарында БАССР‑ҙың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған, иҡтисадсы.

1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған. Махсуслашыуы: машиналар төҙөү сәнәғәте иҡтисады һәм уның ойошторолоуы

Хеҙмәт юлы

1968 йылдан алып Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй.

1970 йылдан алып (өҙөклөк м‑н) Өфө авиация институтында (дәүләт авиация техник университеты) эшләй:

1982—85 йылдарҙа лаборатория мөдире,

1996 йылдан — менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире.

1985—1986 йылдарҙа Татар АССР-ы Яр Саллы ҡалаһында Кама политехник институтында уҡыта.

Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисад һәм интеллектуаль милек, инновацион эшмәкәрлек м‑н идара итеү мәсьәләләренә, менеджмент һәм маркетингыға арналған.

Зиннуров баҙар иҡтисады шарттарында вуздар менән маркетинг идара итеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләй[2].

200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Зиннуров Ө. Ғ. етәкселегендә 29 аспирант ғилми дәрәжә яҡлаған.

Ғилми йүнәлеше: эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтарында маркетинг теорияһы һәм тәжрибәһе, эшҡыуарлыҡ иҡтисады һәм уның менән идара итеү

Зиннуров Ө. Ғ. уҡытҡан дисциплиналар: маркетинг, стратегик маркетинг, халыҡ-ара менеджмент[3].

Remove ads

Ғаиләһе

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • 1994 - иҡтисад фәндәре докторы
  • 1997 - профессор
  • 2002 - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Маркетинг в деятельности вузов: теория и методы решения. М.; Уфа, 1993; Промышленный маркетинг. Уфа, 2010 (авторҙ.); Институциональные механизмы государственно-частичного партнёрства в развитии инновационной деятельности. Уфа, 2013 (авторҙаш).

Һылтанмалар

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads