Злотский Семен Соломонович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Злотский Семен Соломонович (10 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-химик-технолог. Химия фәндәре кандидаты (1973), (1977), профессор (1981), РАЕН ағза-корреспонденты (1995), РАЕН академигы. Сорос стипендиаты (1994). БР ағза-корреспонденты, БР Халыҡ-ара мәғариф академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Семен Соломонович Злотский 1946 йылдың 10 ноябрендә Одессала тыуған.

1968 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1968 йылдан алып Өфө нефть институтында (ӨДНТУ) ассистент, с.н.с., доцент, «Дөйөм химия» кафедраһы профессоры булып эшләй.

Злотскийҙың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: циклик ацеталдәр, уларҙың аналогтары һәм ҡәрҙәш берләшмәләре химияһы, Гомолитический Злотскийҙың 1,3-дигетероциклоалкандарҙың гомолитикҡа әйләнеүен өйрәнеүе төрлө полифункционалле гликолдәр эфирҙарын, галоидгидриндарын алыу ысулдарының дөйөм методтарын булдырыу мөмкинлеген бирә; шулай уҡ әүҙемле радикаль диалкоксиалкиллы радикалдарҙың төҙөлөшө; полифункционаллы ҡуйы гетероцикллы берләшмәләрҙе синтезлау эштәре башҡарылаһәм уларҙың иреткес, пластификатор, коррозия ингибиторы, биологик актив препараттарға өҫтәмә полимерҙар һәм стабилизаторҙар; органик синтез һәм медицина-биологик тикшеренеүҙәр өсөн циклик ацеталь класлы реактивтар булдырыла.

Ғилми журналдар: Юғары уҡыу йорттары хәбәрҙәре, Башҡорт химия журналы — редколлегия ағзаһы. Өфө дәүләт нефть техник университетыңың һәм (1978) һәм Самара ГТУ (2006) диссертацион советы ағзаһы; ВАК эксперт советы ағзаһы (2007).

С. С. Злотский 4 фән докторы һәм 75 фән кандидаты әҙерләгән.

Remove ads

Хеҙмәттәре

Семен Соломонович Злотский — 12 монография авторы, 234 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алыусы, 700-гә яҡын ғилми баҫмалар авторы. 234.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

БР атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)

Әҙәбиәт

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Башҡортостан республикаһы кемдең кем булыуы. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар

http://www.anrb.ru/blog/alias/zlotskiy

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads