Зәк-Ишмәт

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Зәк-Ишмәт (Иҙәк-Ишмәт) — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ауыл. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Оло Көйөргәҙе ошо ауыл янынан баш ала. Иҙәк-Ишмәт ауыл советына ҡарай. Халыҡ һаны 2009 йылдың 1 ғинуарына 748 кеше.[1] Почта индексы — ?, код ОКАТО — ?.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Thumb
Зәк-Ишмәт ауылы.
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 50 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Зәк-Ишмәт): 0 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Күмертау): 41 км

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)}})
  • Зәк-Ишмәт мал зыяраты (биләмә) (рус.  Зяк-Ишметовский скотомогильник (территория)}})
  • Көйөргәҙе урамы (рус. Куюргазинская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежный (тыҡрығы))
  • Шәмсетдин Зәки урамы (рус. Шамсутдина Заки (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[1]

Халыҡ һаны

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек татарҙар йәшәй — татары (80 %)[2].

Тарихы

Зәк-Ишмәт ауылы Зәк (Изәк) утар булараҡ 1784 йылдан билдәле, ул саҡта, IV ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Таймаҫ ауылынан 2 башҡорт ихатаһы теркәлгән. 1795 йылда аҫаба башҡорттар тарафынан Кесе Ашҡаҙар ауылынан 10 ир-ат һәм 4 ҡатын-ҡыҙҙан торған яһаҡ татарҙары ҡабул ителә. 1816 йылдағы VII ревизияла бында 9 ике ихата күрһәтелгән. Ауыл халҡы 1835 йылда, Таймаҫ ауылы кешеләре Ырымбур ҡлаһынан 18 саҡрым алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Сәйет биҫтәһенән сауҙагәр татарҙарҙы ергә индергәндән һуң, ҡырҡа арта. Килешеүҙә татарҙарҙың 12 йыллыҡ керҙәшлек ваҡыты билдәләнә. Һуңынан ваҡыт оҙайтылған. 100 ир заты индерелә.

Шул ваҡыттан алып ауыл, хәҙерге кеүек — Зәк-Ишмәт ауылы тип атала. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 45 ихатала 286 ир-ат һәм 246 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1835—1865 йылдарҙа ауыл 9-сы кантондың 41-се йортона индерелә (был ауылға Арыҫлан, Йәшергән, Түбәнге Ибрай, Айҙаралы, Балыҡлы, Стәрлебаш ауылдары инә). Ауыл исеменең икенсе өлөшө — Ишмәт — барлыҡҡа килеүен билдәләп булманы. Әммә уның антропоним сығышлы булыуы аңлашыла. Бәлки, бында балалары йәшәгән Ишмөхәмәт (1789—1857 йылдарҙа йәшәгән Әбүбәкир Ишмөхәмәтов) исеменән килеп сыҡҡандыр.

Зәк — шағир Шәмсетдин Зәкиҙең (Ярәхмәт улы Ғөбәйҙуллин) тыуған ере. Уның йәшәгән йылдары — 1825—1865.

Ауыл халҡы — игенселәр. Улар араһынан 40-сы йылдарҙа йылына 129 бот яҙғы иген сәскән Әбүбәкер Ишмөхәмәтов, Ғөбәйҙулла Ғәбитов (129), Әғлиулла Фәтҡуллин (112), Мөхәмәтшәриф Әбдрәшитов (101), Абдрахман Ғосманов (124), Хөсәйен Назаров (112 бот) айырым билдәләнә[4].

Remove ads

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Рәйхан. Зәк-Ишмәт ауыл мәҙәниәт йорто[6]
  • Зәк-Ишмәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты[7]
  • Автозаправкалау станцияһын асыу[8]

Билдәле шәхестәр

Remove ads

Демография

Халыҡ динамикаһы :

Дөйөм демографик күрһәткес[10]
Бөтә халыҡХалыҡтың үҙгәреше 2002—2009
20022009кеше%
790748-42-5,32

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads