Изге Елизавета Венгерская соборы (Кошице)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Изге Елизавета Венгерская соборы (Кошице)map
Remove ads

Изге Елизавета Венгерская соборы (словак Alžbety Dóm svätej) — Словакияла Кошиценың католик соборы, Кошице архиепархияһының кафедраль соборы. Архитектура ҡомартҡыһы, готика стилендә төҙөлгән. Изге Елизавета соборы — Словакияла иң ҙур һәм Европала иң көнсығыш тарихи готика соборҙарының береһе. Словакияның милли мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә инә. .

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...

Remove ads

Тарихы

Thumb
Төп фасады

Сиркәүҙең хәҙерге бинаһы 1378 һәм 1508 йылдар араһында бер нисә этапта төҙөлгән. Сама менән ғибәҙәтхана XI быуат урталарында төҙөлгән һәм Изге Михаил хөрмәтенә изгеләндерелгән. Елизавета Венгерскаяны канонлаштырғандан һуң ул XIII быуат уртаһында Кошицены ҡурсалаусыһы булып иҫәпләнә, һәм ҡала ғибәҙәтханаһы уның хөрмәтенә атала. Был ҡорам папа Мартиндың 1283 һәм 1290 йылдарҙағы хаттарында телгә алына.

1804 йылда Кошице епархияһы (1995 йылдан — архиепархия) төҙөлә. Изге Елизавета ғибәҙәтханаһы кафедраль собор статусын ала.

Урта быуаттарҙа ҡорам бер нисә тапҡыр яна, XIX быуатта готика буйынса танылған белгес билдәле архитектор Имре Штейндль етәкселеге аҫтында реставрациялау буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Төп эштәр 1904 йылда тамамлана, әммә криптаһын һәм төньяҡ порталын тергеҙеү 2009 йылға тиклем бара. 1906 йылда соборҙың криптаһында Ференц II Ракоциның мәйете күсереп ерләнә.

Remove ads

Архитектураһы

Thumb
Алтарь

Соборҙың тышҡы оҙонлоғо 60 м, киңлеге — 36 м. Ҡоролманың иң юғары нөктәһе, йәки Сигизмунд башняһы 59 м. Ул тулыһынса XV быуатта төҙөлгән. Соборҙың төньяҡ һәм көньяҡ порталы таш менән һырлап биҙәлгән.

Собор интерьерында готика алтары иғтибарға лайыҡ (1474—1477), матур алтарь — XV быуат сәнғәте шедевры. Образдың размеры 12,60×8,10 м, өс циклға бүленгән 48 картинанан тора: Изге Елизавета тормошо, Христос мауығыуҙары һәм Раштыуа ваҡиғалары. Образ триптих формаһында башҡарылған, ғәҙәттәге ваҡытта «Изге Елизавета тормошо» циклынан 12 картинаны күрһәтә, Бөйөк пост осоронда Христос мауығыуҙары циклы асыла, циклдарын асып, Раштыуа осоронда уға ярашлы картиналар циклы асыла.

Собор интерьерының стеналарында готика фрескалары һәм ҡабырға капеллаларындағы архитектура йыһаздары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Remove ads

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads