Икенсе Континенталь конгресс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Икенсе Континенталь конгресс (10 май 1775 — 1 март 1781) — Пенсильвания штатында Бөйөк Британияның 13 колонияһы депутаттары съезды. Икенсе Континенталь конгресс үткәреү тураһында ҡара 1774 йылда Беренсе Континенталь конгресста ҡабул ителә. Икенсе Континенталь конгресс эшендә бөтә америка колонияларынан 65 делегат ҡатнаша, Джорджия вәкилдәре конгресҡа 20 юильдә генә ҡушыла. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә икенсе Континенталь конгресс милли хөкүмәт ролен үтәй.

Remove ads
Конгресстың эш нәтижәләре
- 14 июль 1775 йыл . Конгресс Континенталь армия ойоштороу һәм америка опелчениеһының баш командующийы итеп Джордж Вашингтонда тәғәйенләргә тигән ҡарар ҡабул итә.
- 10 май 1776 йыл. Конгресс уҙ хөкүмәте булмаған колонияларға хөкүмәт булдырырға тигән резолюция ҡабул итә.
- 15 май 1776 йыл. Конгресс Англия тажына тоғролоҡтан баш тартырға тигән хоҡук акт сығара.
- 4 июль 1776 йыл. Конгресс эшмәкәрлегенең мөһим документы −АҠШ бойондороҡһоҙлоғо декларацияһына ҡул ҡуйыла. Декларация колониялар «Америка Ҡушма Штаттары» тип аталған беренсе документ була.
- 15 ноябрь 1777 йыл. Ҡушма Штаттарҙың беренсе конституцион документы булған «Конфедерация статьялары» ҡабул ителә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads