Император һарайы музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Император һарайы музейы (ҡыт. ғәҙәти 國立故宮博物院, ябайл. 国立故宫博物院, пиньин: Guólì Gùgōng Bówùyùan, палл.: Голи Гугун Боуюань, һүҙмә-һүҙ: ««Элекке император һарайы» милли музейы»; ингл. National Palace Museum) — Тайвань (Ҡытай) Республикаһы баш ҡалаһы Тайбэйҙың художество-тарихи музейы. Донъяла кеше йөрөү буйынса 6-сы урынды биләй (2015)[8]. Әҙәбиәттә йыш ҡына «Гугун» (ингл. Gugong) музейы булараҡ телгә алына, әммә был атама Пекиндағы шул уҡ исемдәге музейға ҡағыла.
Remove ads
Дөйөм мәғлүмәттәр
Тайбэйҙағы Император һарайы музейы неолит дәүеренән алып Цин император династияһын ҡолатҡанға тиклем 8 мең йылдан ашыу цивилизация үҫешен үҙ эсенә алған ҡытай мәҙәниәте һәм тарихы ҡомартҡыларының иҫ киткес коллекцияһы тупланған иң ҙур хазиналарҙың береһе булып тора. 2018 йылдың февраленә музей йыйылмаһына 697 490 предмет инә, уларҙың күбеһе элек император Цяньлун коллекцияһында булған. Музей залдарында уларҙың иң яҡшы өлгөләре генә ҡуйылған, сөнки күргәҙмә майҙандарында тулыһынса күрһәтеү өсөн экспонаттар бик күп[10].
Remove ads
Тарихы
Музей 1925 йылдың 10 октябрендә Пекинда Ябыҡ ҡала биләмәһендә асылған. 1948 йылдың февралендә, Ҡытайҙа граждандар һуғышы ваҡытында, уның коллекцияһының байтаҡ өлөшө Тайвань утрауына күсерелә. Иң ҡиммәтле сәнғәт әҫәрҙәре ингән Пекин музейы экспонаттары менән йәмғеһе 2972 йәшник ебәрелгән. Тайвангә килтерелгәндән һуң бер аҙ ваҡыт эсендә коллекция йәшниктәре тимер юл келәттәрендә, һуңынан шәкәр заводында һаҡлана. Һуңыраҡ коллекция Тайвандың төрлө музейҙарында һәм дәүләт китапханаһында урынлаша, артабан 1964 йылдың мартынан 1965 йылдың апреленә тиклем уның өсөн айырым музей комплексы төҙөлә. Тайбэйҙа яңы музей 1965 йылдың 12 ноябрендә асыла.
2005 йылда, музейҙың 80 йыллығына, билдәле Тайвань кинорежиссеры Хоу Сяосянь музей өсөн реклама фильмын төшөрөргә саҡыралар, проект 2008 йылда тамамланған.
Музейҙың лицензия ҡеүәтен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә бурыстарҙың береһе булып экспонаттарҙы һанлаштырыу тора. 2007 йылда уҡ музей «Дэ и» (Lee & Lee) шәхси компанияһына үҙенең йыйылма предметтарының һанлы фотоларына заказ биргән. Күп артефакттарҙы, бигерәк тә күркәм һәм каллиграфик төргәктәрҙе, фотоға төшөрөү мөмкинлеге бик һирәк бирелә — сағыу яҡтылыҡ һәм температураның үҙгәреүе уларға зыян килтереүе мөмкин, тип хәүефләнәләр[11].
2014 йылда музейға 5 402 325 кеше[12], 2015 йылда — 5 291 797 кеше[8], 2016 йылда — 6 142 892 кеше килгән[13].
Remove ads
Галерея
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads