Инвестициялар
капиталды килем алыу маҡсатында урынлаштырыу From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Инвестициялар (ингл. Investment) — капиталды килем алыу маҡсатында урынлаштырыу[1][2]. Инвестициялар — хәҙерге заман иҡтисадының айырылғыһыҙ өлөшө. Инвестициялар кредиттарҙан инвесторҙар (кредитор) өсөн хәүеф кимәле менән айырыла — проекттың (инвестиция капиталының) табышлы булыу-булмауына ҡарамайынса кредитты һәм уның проценттарын килешелгән ваҡытта ҡайтарып бирергә кәрәк, һәм тик табышлы проекттар ғына килем килтерә. Әгәр ҙә проект табыш килтермәһә,
һалынған инвестицияларҙың тулыһынса юғалыуы ихтимал.
Инвестициялар — аҡса, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, башҡа мөлкәт, шул иҫәптән милеккә хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ һәм (йәки) килем алыу (йәки) башҡа файҙалы һөҙөмтәләргә өлгәшеү маҡсаты менән объекттарға ҡуйылған аҡсалата баһаға эйә булған башҡа хоҡуҡтар[3].
Инвестиция эшмәкәрлеге — килем алыу һәм (йәки) башҡа төрлө һөҙөмтә алыу маҡсатында ғәмәли эшмәкәрлек йәйелдереү[3].
Аҡсаның монетар теорияһы күҙлегенән сығып ҡарағанда, тупланған аҡсаны ҡулланыуға йәки йыйнауға йүнәлтергә була. Аҡсаны ябай һаҡлауға һалыу уны әйләнештән ала һәм көрсөк өсөн тәүшарттар булдыра. Инвестициялар һалыу һаҡлауҙағы аҡсаларҙы әйләнешкә ылыҡтыра. Быны туранан-тура йәки ситләтеп башҡарып була (ваҡытлыса ирекле аҡсаларҙы банк депозитына урынлаштырыу, уларҙы банк үҙе үк инвестицияларға йүнәлтә).
Remove ads
Инвестиция аниматоры
Милли иҡтисадҡа инвестициялар йүнәлтеү Эске Тулайым Продукттың (ЭТП, русса ВВП) инвестициялар суммаһынан байтаҡҡа артыҡ булған суммаға үҫеүенә килтерә. Кейнс, тәүге инвестициялар суммаһы эске тулайым продукттың (ВВП-ның) ярашлы үҫешен бирә, тип иҫәпләй. Әммә был аҡсаны алған кешеләр уның бер өлөшөн тотонасаҡ (был инде ЭТП-ның өҫтәлмә рәүештә үҫеүенә килтерә), икенсе өлөшөн һаҡлауға һаласаҡ (йәғни был аҡса әйләнештән сыға). Артабан ҡулланыуға йүнәлтелгән аҡса яңы-яңынан ҡулланыуҙы барлыҡҡа килтерә. Быны түбәндәге схема менән аңлатырға мөмкин: инвестиция өҫтәмә ихтыяж булдыра- әйтәйек, 100 эш урыны барлыҡҡа килә. Ҡулдарына эш алған кешеләр үҙҙәренең табышының бер өлөшөн тотоноуға йүнәлтә, әбыл үҙ сиратында 80 кегене эш менән тәьмин итә. Ә улары тағы ла килемдәренең бер өлөшөн тотоноуға йүнәлтә, тағы ла 64 эш урыны барлыҡҡа килә Тәүге инвестиция тулыһынса һаҡлауға йүнәлтелгәнгә тиклем шулай дауам итә. Шулай итеп, бер тапҡыр һалынған инвестиция бик к-п осорҙан торған дөйөм ЭТП-ны формалаштыра, кәмеп барыусы геометрик прогрессияны хәтерләтә.
Remove ads
Инвестиция классификацияһы
Инвестицияларҙың төрлө классификацияһы бар.
- Инвестиция объекттары буйынса айырыла
Реаль инвестициялар реаль капиталды туранан-тура һатып алыу, төрлө формаларҙа):
- матди активтар формаһы (төп фондтарҙы, ерҙе), төҙөүгә йәки реконструкциялауға түләү;
- төп фондтарҙы капиталь ремонтлау;
- матди булмаған активтарға һалыу: патенттар, лицензиялар, файҙаланыуға хоҡуҡ, авторлыҡ хоҡуҡтары, тауарҙар тамғаһы, ноу-хау һ. б.;
- кеше капиталына йүнәлдереү (тәрбиә, мәғариф, фән);
- әҙер бизнесты һатып алыу.
Инвестицияларҙың финанслау (финанс активтары аша капиталды ситләтелгән һатып алыу):
- ҡиммәтле ҡағыҙҙар, шул иҫәптән ПИФ (пай инвестиция фоды) аша;
- бирелгән кредит;
- лизинг (лизинг биреүселәр өсөн).
Спекулятив инвестициялар (хаҡтарҙың үҙгәреү мөмкинлеген күҙҙә тотоп активтар һатып алыу):
- валюта;
- затлы һәм һирәк осрай торған металдар (обезличенный металл иҫәптәр рәүешендә);
- ҡиммәтле ҡағыҙҙар(акциялар, облигациялар, берлектәге инвестицион һәм сертификат институттары һ. б.).
- Инвестицияларҙың төп маҡсаттары буйынса
- Тура инвестициялар.
- Портфель инвестициялары.
- Реаль инвестициялар.
- Финанс булмаған инвестициялар.
- Интеллектуаль инвестициялар (белгестәрҙе уҡытыу, курстар үткәреү һәм башҡа төрлө эшмәкәрлек менән бәйле).
- Һалыу сроктары буйынса
- ҡыҫҡа ваҡытлы (бер йылға тиклем);
- уртаса мөҙҙәтле (1-3 йыл);
- оҙайлы (3-5 йылдан ашыу).
- Инвестиция ресурстарына милек формаһы буйынса
- шәхси;
- дәүләт;
- сит ил;
- ҡатнаш.
- Тергеҙеү ысулдарыы буйынса[4]
- тулайым инвестициялар — яңы төҙөлөшкә һалынған аҡсаның дөйөм күләме, эш ҡоралдарын һәм әйберҙәр һатып алыу
- , артымдан тауар-матди ҡиммәттәрҙе һәм интеллектуаль запасы;
- реновация инвестициялары (яңыртыу инвестициялары) — төп средстволарҙы тергеҙеүгә һәм матди булмаған активтарҙың амортизацияһына йүнәлтелгән инвестициялар (ғәҙәттә амортизация түләүҙәре ҙурлығында).
- таҙа инвестициялар — амортизация түләүҙәренән тыш тулайым инвестициялар суммаһы.
Инвестицияларға ихтыяж күләмен билдәләүсе шарттар буйынса:
— автономиялы, йәғни дөйөм ихтыждың (йәғни милли килемдең) үҫеше менән бәйле булмаған, ә фәнни-техник прогресс һөҙөмтәһендә килеп тыуған инвестициялар;
— индуцированные, милли килемдең үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән инвестициялар[5]
Remove ads
Дәүләт — инвестор
Көп кенә билдәле иҡтисадсылар дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәһеҙ инвестицияларға йүнәлтеүҙе тәнҡитләй. Был йәһәттән Иң вәкилдәре был йүнәлеште Австрия иҡтисади мәктәбе вәкилдәре был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эшләй, миҫал өсөн Людвиг фон Мизестың «Социализм», «Бюрократия» китаптарын атап үтергә мөмкин.
Шулай уҡ ҡара
- Дивестиции
- Инновация
- Инвестиционный проект
- Инвестиционный пай
- Инвестиционный портфель
- Инвестиционный меморандум
- Инвестиции в России
- Финансирование
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads