Индонезия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Индоне́зия (индон. Indonesia), рәсми исеме — Индоне́зия Республикаһы (индон. Republik Indonesia) — Көньяҡ-көнсығыш Азияла иң ҙур дәүләт, майҙаны буйынса донъяла 16-сы урында. Зонд архипелагы утрауҙарында урынлашҡан һәм иң ҙур утрау дәүләте булып һанала. Халыҡ һаны буйынса (230,5 млн кеше) донъяла дүртенсе урында. Бай тарихлы дәүләт.
| |||||
![]() | |||||
Милли девиз: «Bhinneka Tunggal lka» | |||||
Гимн: Индонезия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 17 август 1945 (иғлан ителә) 27 декабрь 1949 (таныла) | ||||
Рәсми телдәр | Индонезия теле | ||||
Баш ҡала | Джакарта | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Джакарта | ||||
Идара итеү формаһы | Республика | ||||
Президент | Джоко Видодо | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 15 урын 1 904 570 км² 4,85 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2015) • Тығыҙлыҡ | 4 урын ▲257,563,000[1] 130,85 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2015) • Кеше башына | 8 урын $2,839 трлн[2] $ $11 300[2] $ | ||||
Валюта | индонезия рупийы (IDR) | ||||
Интернет-домен | .id | ||||
Телефон коды | +62 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +7...+9 |
Баш ҡалаһы — Джакарта. Дәүләт теле — индонезия теле.
Унитар ил, президент республикаһы. 2014 йылдың 20 октябренән Джоко Видодо президент, вице-президент — Юсуф Калла (уларҙың тандемы 2014 йылдың 9 июлендә сираттағы президент һайлайҙарында еңеп сыға).
Ил 34 административ берәмеккә бүленгән, шуларҙың 32-һе провинциялар, икеһе — провинция статусына тигеҙлән айырым округ.
Индонезия Малай архипелагы утрауҙарында һәм Яңы Гвинея утрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Тымыҡ һәм Һинд океандары һыуҙары менән йыуыла. Донъяла ҙур ил-утрауҙарҙан һанала. Ҡоро ерҙәге сиге Малайзия менән Калимантан утрауында, Папуа — Яңы Гвинея менән — Яңы Гвинея утрауында һәм Көнсығыш Тимор менән Тимор утрауында.
Ил халҡының 88 проценты мосолмандар, һәм уларҙың һаны буйынса Индонезия донъяла беренсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер айырым утрауҙарҙа башҡа дин вәкилдәре лә бар.
Иҡтисады йылдам үҫкән аграр-индустриаль ил. Эске тулайым продукт 2011 йылда 1,125 триллион АҠШ доллары булып, йән башына уртаса 4700 Америка доллары тирәһе тәшкил итә. Аҡса берәмеге — индонезия рупийы.
1945 йылдың 17 авгусында илдең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1942—1945 йылдарҙа япон оккупацияһы аҫтында, ә уға тиклем Нидерланд колонияһы була: XVII быуаттың беренсе яртыһында үҙләштерә башлай һәм хәҙерге Индонезияның күп ерҙәрен XX быуат башына тиклем үҙенең хакимлығы аҫтына берләштерә. Был йәһәттән үҙ берҙәмлеге өсөн Индонезия ниндәйҙер дәрәжәлә Нидерландтың колониаль сәйәсәтенә бурыслы.
Remove ads
Тарихы
Дәүләт ҡоролошо
Тышҡы политикаһы
Административ бүленеше
Рәсәй менән бәйләнештәре
- 2016 йылдың 3—4 октябрендә Индонезияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре Башҡортостанда булды[3].
- 2016 йылдың авгусында Мәскәүҙә Индонезия фестивале үтте[4].
Рәсемдәр
- Индонезия
- Үҙәк Джакартала урынлашҡан Индонезия Милли Музейы
- Висма 46, Индонезияның иң бейек бинаһы
- Джалан Тамрин, Джакартаның төп урамы
- Джакарталағы поезд
- 100 мең тамашасыны һыйҙырмалы Бунг Карно стадионы
- Индонезия картаһы
- Индонезия провинциялары
- Джокьякарта ҡалаһындағы иң билдәле урам
- Джокьякарта ҡалаһындағы Trans Jogja автобусы
- Индонезия аш-һыуы йыйылмаһы, бында Soto Ayam (тауыҡ һурпаһы), sate kerang (ҡыҫала һымаҡтарҙан кебаб), telor pindang (консерваланған йомортҡа), perkedel (ҡоймаҡ), һәм es teh manis (татлы боҙло сәй)
- БМО-ның тыныслыҡ һаҡлау операцияһында ҡатнашҡан Индонезия ғәскәре һалдаты
- Индонезияның Pindad Panzer APC 6x6 бронялы машинаһы
- Индонезия һауа ғәскәренең B-25 Митчелл бомбардировщигы, 1950-се йылдар
- Яван инженеры Нидерланд Буффало истребителенең ҡорал бүлеге ишеген яба, 1942 йылдың ғинуары
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads