Ирландия

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ирландияmap
Remove ads

Ирла́ндия, Ирла́ндия Респу́бликаһы (Éire; ингл. Ireland, Republic of Ireland) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт, Ирландия утрауының ҙур өлөшөн биләй. Илдең исеме кельт телендәге Éire — дәүләт һүҙенән барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Дублин, унда яҡынса 1,4 млн.кеше йәшәй. 1973 цылдан алып Европа Берләшмәһендә ағза булып тора.

Ҡыҫҡа факттар
Remove ads

Дәүләт ҡоролошо

Ирландия парламент республикаһы булы тора. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — ике палатанан (Ирландия йыйылышы һәм Сенаты) ҡоролған парламент (ирл. «Ти́хе-ан-И́ряхташ» — Tithe An Oireachtais — «шуро», «ҡоролтай»).

Дойл Эренға (Dáil Éireann — «Ирландия йыйылышы») 160 алып 170 тиклем ағза халыҡ менән һайлана.

Ирландия Сенаты (Seanad Éireann) 60 сенаторҙарҙан төҙөлә.

Ирландия президенты (Uachtarán) 7 йылға бер һайланыла. Ул күбенсә церемониаль функцияларҙы үтәй. Ысынында, илдә төп дәүләт башлығы тип Ирландияның Премьер-министры (Taoiseach — «предводитель») булып килә.

Remove ads

Халҡы

Ирландияның төп халҡы сығышы менән кельт халҡына ҡарай. Дөйөм халыҡ һаны — 4,24 миллион кеше. Халыҡтың яҡынса 58 % ҡалалрҙа йәшәй. Илдә ҡырҡтан ашыу милләт көн күрә, әммә уларҙың 88,6 % самаһы — ирландтар. Ҡалғандары Европанан, Африканан, Азиянан сыҡҡан эмигранттар: поляктар (1,5 %), литвалар (0,6 %), нигерийҙар (0,4 %), латыштар (0,3 %), американдар (0,29 %), ҡытайҙар (0,27 %), немецтар (0,24 %).

Remove ads

Ирландия байрамдары

Ирландияла иң төп милли байрам булып Изге Патрик көнө һынала. Унан башҡа христиан байрамдары (Пасха, Раштыуа), дәүләт көнө һ.б. билдәләнә.

Яҙыусылары

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads