Иҫке Ҡабан торамаһы II
Археологик ҡомартҡы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Иҫке Ҡабан торамаһы II (рус. Старокабановское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы эсендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
Табылдыҡтар
Ҡомартҡы майҙанының якынса 940 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
Тура мөйөшлө яртылаш ер өй табылған. Уның дәүмәле 13,5×6 м, ике усаҡлы торлаҡ булған.
Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар бер нисә мәҙәниәткә ҡарай:
Ананьин мәҙәниәте — һауыттар иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып әүәләнгән түңәрәк төплө, ваҡ ҡына соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡ, өсмөйөштәр, ишелгән бау баҫып төшөрөлгән тулҡынлы һыҙыҡтар менән биҙәлгән;
Межа мәҙәниәте — һауыттар иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән табаҡ һәм банка рәүешендә, ауыҙы тирәләй батырып төшөрөлгән һыҙаттар, шыма мөһөр баҫып төшөрөлгән ромб, өсмөйөш, кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән; яҫы төплө, шыма һәм тешле мөһөр баҫып төшөрөлгән өсмөйөш, ромб, кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән;
Ҡазан эргәһе мәҙәниәте — ҡабарынҡы көршәккә оҡшаған, ауыҙы тирәләй баҫылған ваҡ ҡына соҡорло биҙәк, шыма һәм тешле мөһөр баҫып төшөрөлгән кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт.
Торамала хайуан һөйәктәре, саҡматаштан эшләнгән уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, һөйәк тишкестәр, уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар, сулпылар табылған. Артефакттарҙан күренеүенсә, халыҡ балыҡсылыҡ, һунар, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралда бронза быуаты ҡәбиләләренең үҙ‑ара йоғонтоһо процесын сағылдыра.
Remove ads
Асыш тарихы
Иҫке Ҡабан торамаһы II 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.
1960 йылда совет ғалим-археологы, тарих фәндәре докторы Анна Васильевна Збруева, СССР Фәндәр Академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре Борис Григорьевич Тихонов тикшеренеү эштәре үткәрә.
1968—69 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы Владимир Савельевич Стоколос, 1981—82 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов, 1982 йылдаархеолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов өйрәнә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads