Йомортҡа (ризыҡ)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йомортҡа төрҙәре
Йышыраҡ тауыҡ, үрҙәк (өйрәк), ҡаҙ йомортҡаһы ашарға тотонола. Шулай уҡ күркә, бүҙәнә, страус һәм башҡа ҡоштарҙың да йомортҡалары ашарға яраҡлы һанала. Ҡоштарҙыҡынан тыш, ташбаҡа (гөбөргәйел) йомортҡаһы ла, аҙыҡ булараҡ, ҡулланылыуы билдәле[1]. Тауыҡтың төрөнә ҡарап, уларҙың йомортҡалары ла төрлө төҫтә була. Әммә йомортҡаның сифаты уның ҡабығының төҫөнә ҡарап баһаланмай.
Remove ads
Тауыҡ йомортҡаһын маркировкалау
Рәсәй стандарттары буйынса тауыҡ фабрикаһында етештерелгән йомортҡаның һәр береһендә билдә ҡуйылған булырға тейеш. Беренсе хәреф һаҡлау срогын күрһәтә:
- «Д» хәрефе диетик йомортҡаға ҡуйыла, 7 көн эсендә ҡулланылырға ярай;
- «С» хәрефе ҡуйылғаны (столовое яйцо) 25 көнгә тиклем яраҡлы;
Икенсе билдә, ауырлығына ҡарап, йомортҡаның категорияһын күрһәтә[2]:

- Өсөнсө категория (3) — 35- 44,9 г.
- Икенсе категория (2) — 45 — 54,9 г.
- Һайлап алынған (О) — 65 — 74,9 г.
- Юғары категория (В) — 75 г күберәк.
Шулай итеп, маркировка буйынса, «СВ» — ашханалар өсөн юғары категориялы йомортҡа, «Д1» — беренсе категориялы диетик йомортҡа. Тауыҡ йомортҡаһының категорияһынан тыш, етештереүселәр уларға төрлө сифаттар ҙа өҫтәй ала. Мәҫәлән, һатыуға йомортҡаның һарыһын сағыуыраҡ төҫтәгеһен, йә булмаһа, селен[3] һәм йод[4] менән байытылған ике һарылыһын тәҡдим итеүҙәре мөмкин.
Remove ads
Йомортҡаны әҙерләү ысулдары
Йоморо килеш һыуҙа бешереү. Ошолай бешергәндә, ҡабығы сатнаһа, ағып сыҡмаһын өсөн һыуға тоҙ һалалар. Был ысул менән бешергән йомортҡаны, әрсеп, шул килеш ашайҙар, йә булмаһа, сэндвич, төрлө турамаларҙа ҡулланалар:
- Йомортҡаны 2-3 минут ҡына ҡайнатһаң, шыйыҡ килеш ашала;
- Йомортҡаны 5-6 минут бешерһәң, уртаса ҡатылыҡта була;
- 8-9 минут ҡайнатылғаны ныҡ бешкән йомортҡа һанала;
- Эҫе табала ҡыҙған майға, йәки һыуыҡ табалағы майға һытып бешереү;
- Йомортҡаны һытып, ҡайнап торған һыуға ағыҙып бешереү пашот тип атала;
- Һарыһын, йәки бөтә йомортҡаның үҙен шәкәр менән туғып бешереү (гоголь-моголь), йә булмаһа, ағын ғына шәкәр менән туғып бешереү (суфле);
- Коктейлдәргә өҫтәү;
- Кәтлиттәргә һәм гренкаларға ҡушып бешереү;
- Йомортҡаның һарыһына икмәк вағын бутап бешереү;
- Йомортҡаның туғып күпертелгән ағы безе һәм бисквит ҡамырының төп ингредиенты һанала;
- Йомортҡаны һытып, һөт менән туғып, духовкала ҡурыу;
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads