Йосопов Ислам Йосоп улы
инженер-радиотехник. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йосопов Ислам Йосоп улы (1 сентябрь 1924 йыл—16 апрель 1991 йыл) — инженер-радиотехник. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].
Remove ads
Биографияһы
Ислам Йосоп улы Йосопов 1924 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Буралы ауылында тыуа[1]. 1942 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә алына һәм Харьков хәрби авиация училищеһы курсанты итеп ҡабул ителә. Уны тамамлағандан һуң 1944 йылдың июнендә 14-се һауа армияһының хәрби осоштарын тәьмин итеүсе 81-се карап авиа төркөмөнө взводы командиры вазифаһына ебәрелә[2]. Шул уҡ йылда Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация училищеһын, 1952 йылда Рига хәрби-диңгеҙ авиация элемтә училищеһын тамамлаған. 1942 йылдан алып СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән: 1952 йылдан башлап Прилуки ҡалаһында Алыҫ араға осоусы авиацияла радиолокация сараларын эксплуатациялау буйынса инженер, 1962 йылда Воронеж ҡалаһында — СССР Оборона министрлығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1972 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, профессор, производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы, 1978 йылда — автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһы мөдире. Уның етәкселегендә илдә тәүге автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраларының береһе асыла, унда 1974 йылда инженер-системотехниктар әҙерләнә башлай[3].
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар менән автоматлаштырылған идара итеү системаларын уйлап табыуға бәйле. Йосопов тарафынан билдәһеҙлек һәм сикле ресурс шарттарында идара итеү буйынса автоматлаштырылған ҡарар ҡабул итеү методологияһы эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.[4]. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлексәһенең ғилми-техник советы ағзаһы була[2].
1991 йылдың 16 апрелендә Өфөлә вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5] (1985).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[5]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[5]
- Хәрби хеҙмәттәре өсөн миҙалы[5]
Төп хеҙмәттәре
Автоматизированные системы принятия решений. М., 1983; Автоматизированное управление ситуациями в агропромышленном комплексе. Уфа, 1988 (авторҙ.).
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads