Йәлил (ҡасаба)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Йәлил (ҡасаба)map
Remove ads

Йәлил (татар. Җәлил) — Татарстан Республикаһының Сарман районындағы ҡала тибындағы ҡасаба. Күп тармаҡлы Әлмәт-Бөгөлмә-Ленин агломерацияһына инә.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...

Ҡасаба Абдрахман, Ҡыҙыл Баҡса һәм Яңы Миңзәләбаш ауылдары менән «Йәлил ҡала тибындағы ҡасаба» муниципаль берәмәгенә инә. Ҡасаба Әлмәттән 34 км., Ҡазандан 240 км. алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба янында Ыҡтың ҡушылдығы Миңзәлә йылғаһы аға.

Thumb
Ҡасаба үҙәге

Ҡасаба 1964 йылда нигеҙләнгән һәм шағир Муса Йәлил исемен йөрөтә.

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ һаны, кеше ...

Халыҡ һаны— 14491 кеше. Татарҙар (77,7 %), урыҫтар (19,6 %). Тыуым — 12,7 %, үлем — 9,5 % , халыҡ һаны үҫеше — 3,2 %. Ирҙәр — 48,0 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 52,0 %. Эш йәшендәге кешеләр - 57,1 %, йәштәр — 28,8 %, ололар — 14,1 %.

Remove ads

Иҡтсады

Сәнәғәт нигеҙе-нефть етештереү тармағы. «Йәлилнефть» нефть һәм газ етештереү идаралығы Татнефть-тең 18% нефтен етештерә. 2001 йылда Йәлилдә 500 тонна нефть сығарылған.

Социаль сфераһы

Ҡасабала бар:

  • 6 балалар баҡсаһы
  • 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
  • 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
  • Гимназия
  • Махсус һөнәрселеҡ училещеһы
  • Балалар музыка мәктәбе
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • Спорт-һауыҡтырыу комплексы (бассейн менән)
  • Боҙ спорт һарайы
  • Саңғы базаһы
  • Ипподром (эшләмәй)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads