Йөрәктау (Стәрлетамаҡ районы)
Стәрлетамаҡ районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йөрәктау (рус. Юрактау) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 227 кеше[1]. Почта индексы — 453154, ОКАТО коды — 80249812006. ОКТМО коды — 80649412126. ИФНС коды — 0268.
Remove ads
Тарихы
Ауыл атамаһы яҡын ғына урынлашҡан тау исеменән алынған. XVIII быуат башында Ағиҙелдең уң ярында Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан был ауыл Бөтә Рәсәй V рәүиз документтарында Йөрәктау-Мокшино булараҡ теркәлә. Ул заманда тораҡ пунктында аҫаба башҡорттар, уларҙың припущинниктары-типтәрҙәр һәм суҡындырылған сыуаштар йәшәй. 163 аҫаба башҡорт 35 ихатаны, 36 ерһеҙ башҡорт - 5, 24 типтәр - 4, 90 сыуаш 12 ихатаны биләй. 1859 йылда үткәрелгән X халыҡ иҫәбен алыу документтарында Стәрлетамаҡ өйәҙе XXVII Башҡорт кантонының 7-се йортонда йәшәгән 25 ир-егеттең исемлеге лә бирелә[2].
Юрматы олоҫоноң Ҡармыш түбәһе башҡорттары 1764 һәм 1776 йылдарҙа үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә, уларҙан тыш ауылда яһаҡ татарҙары ла йәшәй, яһаҡ татарҙарының 14-е 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы билдәле.
1920 йылда 69 ихатанан торған ауылда 349 кеше йәшәй[2].
Remove ads
Халыҡ һаны
Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
175 | 227 | +52 | +29,71 |
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Алатана): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 28 км
Урамдары
- Яр (урамы) (рус. Береговая (улица))
- Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира (улица))
- Яр буйы (урамы) (рус. Набережная (улица))
- Шоссе (урамы) (рус. Шоссейная (улица))
Билдәле шәхестәр
- Ғәлекәйев Ҡотлозаман — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, "1812 йылғы Ватан һуғышын иҫкә алыу" миҙалы кавалеры[2].
- Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы (10.11.1892—17.07.1941) — уҡытыусы, шағир һәм журналист[3].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads