Казанцев Юрий Васильевич

ғалим-геолог-нефтсе From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Казанцев Юрий Васильевич (7 декабрь 1935 йыл — 25 март 2011 йыл) — ғалим-геолог-нефтсе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Юрий Васильевич Казанцев[3] 1935 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Мәләүез ҡалаһында тыуған.

1959 йылда Криворог тау тоҡомдары институтын тамамлай һәм артабан Красноярск геология идаралығының геология- күсермә эштәре алыу партияһының начальнигы (1959—1965), «Башнефть» берекмәһенең Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеүҙәр контораһының баш геологы (1965—1975), лаборатория мөдире (1975—2006), Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Геология институтының төп ғилми хеҙмәткәре (2006) булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ер тураһында фәндәрҙең бүлеге (секторы) буйынса ағза-корреспонденты (1995).

Юрий Казанцевтың эштәренең фәнни йүнәлештәре: структуралы геология, тектоника, нефть һәм газ геологияһы, сейсмотектоника. Ул Урал алды сите бөгөмөнөң тәңкәле-батынҡы төҙөлөшөн билдәләй; ситке бөгөмдәрҙең структураһы формалашыуының яңы моделен эшләй, был нефть һәм газдың урынлашыу законлылыҡтарын асыҡларға, эҙләнеү-разведка эштәренең алымдарын үҙгәртергә мөмкинлек бирә, улар ярҙамы менән бер нисә нефть ятҡылығы асыла (Бакрах, Архангель, Бөркөт һ.б. ятҡылыҡтар).

Ғалим шулай уҡ бөгөмдәрҙең фронталь өлөштәрендә мәғдән һәм нефть ятҡылыҡтарын урынлаштырып Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геологик һәм тектоник карталарын төҙөй; Магнитогорск мегасинклинорийы тектоникаһының синформ стилен билдәләй һәм нефть-газлы өлкәләрҙәге тоҙло тектониканың барлыҡҡа килеү механизмын яңыса аңлата. Ул тәүгеләрҙән булып нефть һәм газ ятҡылыҡтарының юлдашы — ләм вулкандарының барлыҡҡа килеүенең һәм эшмәкәрлегенең яңы моделен тәҡдим итә.

Казанцев «Шарьяж һәм Волга-Урал өлкәһендә һәм Көнбайыш Себерҙә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү» һәм оҙайлы «Надвиг-2005» программалары авторҙарының береһе була.

«Геология. Известия Отделения наук о Земле АН РБ» журналының баш мөхәррире (1997).

Remove ads

Хеҙмәттәре

Казанцев Ю. В. — автор более 250 научных работ, в том числе 15 монографий.

  • Казанцев Ю. В. Структурная геология Предуральского прогиба. — М.: Наука, 1984.
  • Казанцев Ю. В. Структурная геология Магнитогорского синклинория. — М.: Наука, 1992.
  • Казанцев Ю. В. Структурная геология юго-востока Восточно-Европейской платформы. — Уфа: Гилем, 2001.
  • Вклад геологов-нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа: ДООО «Башнипинефть» ОАО АНК «Башнефть», 2003.
  • Казанцев Ю. В. Строение Нефтекамско-Артинской зоны восточной окраины Восточно-Европейской платформы Уфа.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads