Камчатка

From Wikipedia, the free encyclopedia

Камчаткаmap
Remove ads

Камча́тка — Рәсәй биләмәһенең төньяҡ-көнсығышындағы ярымутрау Евразия өлөшөндә . Көнбайыш яғынан Охот диңгеҙе, көнсығыш яғынан — Беринг дингеҙе һәм Тымыҡ океан йыуа.

Ҡыҫҡа факттар Камчатка, Характеристикалары ...

Ярымутрау көньяҡтан төньяҡҡа 1200 км-ға һуҙылған. Тар ғына муйын менән тоташҡан ( 93 км-ға тиклем)  — Парапольским долом. Иң ҙур киңлеге ( 440 км-ға тиклем) — Кроноц морононоң киңлегендә[2].

Ярымутрауҙың майҙаны 270 тыс. км²[3].

Ярымутрауҙың көнсығыш яғы ныҡ ҡырҡылыуы, ҙур ҡултыҡтар барлыҡҡа килтерә (Авачин ҡултығы, Кроноц ҡултығы, Камчатка ҡултығы, Күл ҡултығы, Карагин ҡултығы, Корфа ҡултығын) һәм бухтталар (Авачин бухтаһы, Карага, Оссора мороно һ.б.).Алыҫта диңгеҙҙә ҡаялы ярымутрауҙар күтәрелә (Шипун ярымутрауы, Кроноц ярымутрауы, Камчатка ярымутрауы , Күл ярымутрауы)[4].

Ярымутрауҙың урта өлөшөн ике параллель һырт бүлеп үтә — Средин һырты и Көнсығыш һырты, уларҙың араһында Урта камчатка уйһыулығы буйлап Камчатка йылғаһы аға.

Ярымутрауҙың иң көньяҡ нөктәһе — Лопатка мороно 50° 51′ 55″ төньяҡ киңлектә.

Ярымутрауҙың территорияһында Рәсәй субъекты Камчатка крайында урынлашҡан.

Remove ads

Вулкандары(янартауҙар)

Янартауҙары Камчатка ярымутрауының төп иҫтәлекле урындары булып тора. Вулкандарҙың һүрәттәре Камчатка крайының (элек - Камчатка өлкәһе) һәм Петропавловск-Камчатский ҡалаларының флагында һәм гербында , шулай уҡ Камчаткала етештерелгән сувенирҙың күбеһендә ҡулланыла.

Вулканандарҙың әүҙемлеге уларҙың эргәһендәге йәки үҙендәге ваҡ ер аҫты һелкенеүҙәре сәбәптәренең береһе булып тора. Янартауҙар урғылыуы ваҡытында атмосфераға шлак, көл, ирегән тау тоҡомдарының ҡуйы төйөрҙәре, төрлө-төрлө газдар һәм һыу пары сығарыла.

Камчаткала бөтәһе 300-ҙән ашыу вулкан иҫәпләнә. Әүҙем һәм потенциаль әүҙем вулкандар булып 28-36 тирәһе иҫәпләнә. Ярымутрауҙа иң ҙур янартауҙар - Шивелуч, Ключевская, Ичинская, Коряк, Авачинская, Ҡарым һәм Кроноцкая вулкандары.

Remove ads

Ер тетрәүҙәре

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads