Каннын
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Каннын (кор. 강릉시?, 江陵市?, Gangneung-si) — Көньяҡ кореяла, Канвондо провинцияһының ҡалаһы. Каннын Йондон регионының иҡтисади үҙәге тип һанала (Канвондо провинцияһының көньяғы). Каннын — илдең туристик үҙәктәренең береһе, бында Япон диңгеҙенең буйында, бер нисә популяр пляж урынлашҡан. Көньяҡ биҫтәләрендә Каннындың авиация базаһы урынлашҡан, элек унда шулай уҡ граждандар аэропорты урынлашҡан булған [2].
Remove ads
Тарих
Ҡала терреторияһында Виман Чосон ваҡытынан алып ауыдар була. 129 йылда б. э. т. ҡаланы ҡытай Ханы баҫып ала һәм ҡалаға Цанхэ тип исем бирә. 313 йылда ҡаланы Когурё үҙенең властенә ала, һәм Хэсоран йәки Хасулла тип исем куша. Унан һуң, 550 йылда был ерҙәр Силла дәүләте күҙәтеүе аҫтына инә, һәм 757 йылда исеме Менджаға алмаша. 1308 йылда, Коре дәүерендә, Каннын хәҙерге исемен ала. Чосон династияһы ваҡытында, ҡала провинцияның үҙәге булған. 1955 йылда Каннын хәҙерге ҡала статусын ала. Шул уҡ ваҡытта Менджу өйәҙе ойошторола. 1995 йылда Менджу Каннын составына инә[3].
Remove ads
Географияһы
Ҡала Япон диңгеҙенең ярында урынлашҡан һәм көнсығыш Тхэбэксен тауының битләүҙәренә ылыға. Ҡала аша Намдэчхон йылғаһы аҡа, ул Вансанчхон йылғаһы менән ҡушыла, һәм Япон диңгеҙенә инә. Уртаса йыллыҡ температураһы 13,2 °C, уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме 2066мм (2002 йылдың мәғлүмәттәре)[4].
Административ бүленеү
Каннын административ яҡтан 1ыпҡа, 7менға,13 тонға (дон) бүленә[5]:
Иҡтисад
Туризм һәм еңел сәнәғәт - ҡаланың төп иҡтисади тармаҡтары. Ҡалала ғилми-сәнәғәт комплексы төҙөү пландары бар, эшенең төп йүнәлеше булып яңы материалдар булдырыу, медицина һәм биология өлкәһендә тикшеренеүҙәр[6].
Спорт
Каннында 2018 йылдың Ҡышҡы Олимп уйындары сиктәрендә ерлинг, конькила шыуыу, хоккей, шорт - трек һәм фигурлышыуыу буйынса ярыштар үтәсәк.
Ҡышҡы олимпия уйындары өсөн спорт ҡоролмалары
- Ябыҡ һырғалаҡ боҙ — керлинг
- Каннындың хоккей үҙәге — шайба менән хоккей
- Гепхо боҙ залы — фигуралы шыуыу, шорт-трек
- Квандон Университетының спорт аренаһы — шайба менән хоккей
- Конькиҙа йүгереү спорт ҡоролмалары Канны спорт Комплексы— конькила тиҙ йүгереү
Remove ads
Символы
Көньяҡ Кореяһының ҡалаларҙың күпселеге кеүек, Каннындың бер нисә символы бар[7]:
Туризм һәм иҫтәлекле урындар

Диңғеҙ ярында урынлашыу һәм оҙон пляждар һыҙығы Каннынды ҡыҙыклы курорт үҙеге итә.
Кенпходэ — ҡаланың тарихи өлкәһе, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн яратылған ял итеү урыны. Әйтәләр, Кенпходэлә айҙы бер үк ваҡытта биш урында күрергә мөмкин, — күктә, күл сағылышында, диңгеҙ сағылышында, стакандағы эсемлек сағылышында һәм яратҡан кешеңдең күҙҙәрендә.
28 сағылда төҙөлгән, Кенпходэ повильонының үҙәгендә, Кореяның Юль Гоко шағирының билдәле «Кенпходэб»поэмаһы һаҡлана, унда ул ай менән күк хәрәкәтен һүрәтләй[8].
Каннын шулай уҡ, фестивалдәре менә билдәле. Беренсе урында Фестиваль Тано (강릉단오제), ул Намдэчхон йылғаһында үтә. 1967 йылдан был фестиваль 13 һан аҫтында материаль булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә инә. 2005 йылдың 25 ноябрендә был фестиваль ЮНЕСКОның «Кешелектең телдән һәм материаль булмаған мираҫы шедеврҙары» списогына инә. Хәҙер был фестиваль төрлө фольклор тамашалар һәм традицион йолалар йыйынтыһы булып тора. Кванно маскалары менән бейеу киң билдәле, уны был фестивалдә генә күрергә мөмкин[9].
Каннынала шулай уҡ башҡа билдәле фестивалдәр үтә, уларҙың араһында — Каннындың халыҡ - ара йәштәр фестивале, ул Кореяның милли мәҙәниәтенә арналған. 2006 йылдан алып, был фестивалдән һуң, кенпхо тигән рок - фестиваль үтә.
Remove ads
Туғанлашҡан ҡалалар
Рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса[10]:
Шулай уҡ ҡара
- Көньяҡ Кореяның ҡалалары
Иҫкәрмә
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads