Карамзин Николай Михайлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Карамзин Николай Михайлович
Remove ads

Николай Михайлович Карамзин (1 (12) декабрь 1766 йыл — 22 май (3 июнь) 1826 йыл) — тарихсы, сентиментализм дәүеренең билдәле, «рус Стерны» тип аталған рус әҙәбиәтсеһе. Рәсәй тарихы буйынса дөйөмләштерелгән беренсе хеҙмәт — «Рәсәй дәүләте тарихын» (1-12-се томдар, 1803—1826) булдырыусы. "Московский журнал"дың (1791—1792) һәм «Вестник европы» (1802—1803) баҫмаларының мөхәррире. Тулы хоҡуҡлы статский советник.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Карамзин тарихҡа урыҫ әҙәби теленең реформаторы булараҡ инә. Уның ижеге галлия ысулына еңел, әммә туранан-тура алыу урынына Карамзин телде калькалар менән тулыландыра. Нәҡ ул «сәнәғәт», «туплау», «әхлаҡи», «эстетик», «дәүер», «сәхнә», «гармония», «һәләкәт», «киләсәк» һүҙҙәре менән байыта[8].

Remove ads

Биографияһы

Thumb
Н. М. Карамзин һәм уның ҡатыны Е. А. Карамзинаның Санкт-Петербургтағы Александр-Невский лавраһының Тихвин зыяратындағы ҡәбере

Николай Михайлович Карамзин 1766 йылдың 1 (12) декабрендә Карамзинка ырыу ауылында (икенсе версия буйынса Ырымбур өлкәһенең Каразиха (Михайловка) ауылында) тыуа. Атаһының — отставкалағы капитан, Сембер дворяндарынна булған Михаил Егорович Карамзин (1724—1783) (татарса Ҡара мырҙанан алынған)[9][10][11] һәм әсәһе — Пазухина Екатерина Петровна усадьбаһында үҫә.

Тәүге белемдеСимбирскиҙа шәхси пансионда ала. 1778 йылда Мәскәүгә, Мәскәү университеты профессоры М. И. Шаден пансионына ебәрелә. Бер үк ваҡытта 1781—1782 йылдарҙа университетта И. Г. Шварц лекцияларына йөрөй[12].

1781—1784 йылдарҙа Карамзин Преображенский лейб-гвардия полкында хеҙмәт итә, унан поручик чинында отставкаға сыға[13]. Тәүге әҙәби тәжрибәләре хәрби хеҙмәте ваҡытына тура килә. Отставканан һуң бер ни тиклем Симбирскиҙа йәшәп ала, һуңынан — Мәскәүҙә. Симбирскиҙа булғанда «Золотой венец» масон ложеһына инә, Мәскәүгә килгәс өс йыл дауамында (1785—1789) «Дружеское учёное общества» ағзаһы була.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанма

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads