Карл I (Австрия императоры)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Карл I (Карл Франц Иосиф, нем. Karl I. Franz Josef, 17 август, 1887, Перзенбойг-Готсдорф, Түбәнге Австрия — 1 апрель, 1922, Фуншап, Мадейра) — Австро-Венгрия императоры, Чехия короле (Карел III, чех. Karel III исеме аҫтында .) һәм Венгрия короле(Карой IV, венг. IV. Károly исеме аҫтында) 1916 йылдың 21 ноябренән 1918 йылдың 12 ноябренә тиклем.
Remove ads
Вариҫ
Габсбургтар династияһының һуңғы хакимы, Карл династияның ситтәге тармағына ҡарай: тура һыҙыҡ буйынса ҡарт олатаһының атаһы Франц II ҡына император була. Карлдың атаһы Франц Иосиф I туғанының улы эрцгерцог Отто (1865—1906) була. Карл тыуған саҡта тәхеткә сират буйынса бишенсе була, яңы вариҫтарҙың тыуыуы уны таждан тағы ла нығыраҡ алыҫайта ала ине. Әммә Франц Иосиф үҙенең бер бөртөк улынан (1889 йылда һәләк була, ир балалары булмай), үҙенең ағаһын эрцгерцог Карл Людвигты (1896 йылда вафат була), кесе ир туғанын Оттоны (1906 йылда йүнһеҙ йәшлек һөҙөмтәһе булған ауырыуҙарҙан үлә) һәм, ниһайәт, морганатик никахтан балалары тәхеткә дәғүә итә алмаған өлкән ир туғаны Франц Фердинандтан (1914 йылда Сараевола үлтерелә) оҙағыраҡ йәшәй. Ошонан һуң һәм бер үк ваҡытта Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән 27 йәшлек эрцгерцог Карл үҙенең 84 йәшлек ике туған ҡартатаһының сираттағы вариҫы була.
Remove ads
Батшалыҡ итеү дәүере
Франц Иосифтың вафаты 1916 йылдың 21 ноябрендә Карл I Австрия һәм Венгрия тәхеттәренә ултыртты. Был ваҡытҡа хәрби һәм илдең эске сәйәси хәле ифрат ауыр була. Император Карл ғәсҡәрҙәр менән командованиены шәхсән үҙ өҫтөнә ала һәм венгрҙарҙың ярҙамына өмөт итеп, хәрби осорға ҡарамаҫтан, 1916 йылдың декабрь аҙағында Будапешта таж кейә.
Ҡолатылыуы һәм һөргөнгә ебәрелеүе
1918 йылдың ноябрендә Австро-Венгрия тарҡалғанынан һуң император, дәүләт идаралығынан ситләшеүе тураһында (йәғни, был тәхеттән баш тартыу түгеллеген һыҙыҡ аҫтына ала), тип иғлан итә.
1921 йылдың 26 мартында ул Венгрия тәхетен тыныс юл менән ҡайтарырға историографияла Пасха кризисы исемен алған беренсе аҙым эшләне. Император йәшерен хәлдә, Аристид Бриандың ышанысһыҙ вәғәҙәләренә өмөтләнеп, уның ярҙамлашырға ризалығын алырға тырышып һәм Венгрия легитимистарына, шул иҫәптән, адмирал Миклош Хортиның терәгәнә һәм дәртләндереүенә таянып, Будапештҡа килә. 3 апрелдә Бриан күмәк кеше алдында йәберләүгә дусар булған монарх менән бәйләнештәренән баш тарта. Әммә Кесе Антантаның йоғонтоһо арҡаһында Габсбургтарҙың хакимлығының тергеҙелеүе килеп сыҡмай. Дәүерҙең сәйәси реалийҙарын яҡшы аңлаған Хорти үҙе ысынбарлыҡта Карлға ярҙам итеүҙән баш тарта, сөнки уның тәхеткә күрһәтелеү осрағында Чехословакия һәм Словения, Хорватия һәм Сербия короллеге үҙҙәренең ғәсҡәрҙәрен илгә индереүҙәре бар ине (1921 йылдың 28 мартында Прага һәм Белгород тарафтарынан рәсми рәүештә тергелеүҙе һуғышҡа сәбәп итеп баһалаусы ноталар бирелә). Һуңынан үҙенең мемуарҙарында адмирал императорҙы уйламай эшләгән аҙымдан һаҡлап ҡалыр өсөн ғүмерендә ике бик ауыр сәғәт кисереүе тураһында яҙа. Уның фекерен Венгрияның премьер-министры граф Пал Телеки ҡеүәтләй. Ашығыс рәүештә йыйылған парламент 1 апрелдә Хортиға ышаныс белдерҙе. 4 апрелдән 5 апрелгә ҡараған төндә Карл бик теләмәй генә Венгрияны ҡалдыра һәм адмиралға ҡарата тәрән күрә алмау тойғоһо менән, уны һатлыҡ йән тип иҫәпләүгә сәбәп алып, поезда Швейцарияға китә.
1921 йылдың 21-24 октябрендә Карл тағы бер ҡабат тәхетте ҡайтарырға ниәт ҡыла һәм үҙенең һалдаттары менән Будапештҡа тиклем тиерлек барып етә, әммә әсирлеккә алына һәм шул уҡ йылдың 19 ноябрендә һөргөн булараҡ билдәләнгән Мадейра утрауына алып барыла. Шул уҡ йылда Венгрия парламенты Габсбургтар — Лотарингтар нәҫелен Венгрия тәхетенә ултыртҡан 1713 йылдағы Прагматик санкцияһын ғәмәлдән сығарып, хоҡуҡи яҡтан Габсбургтарҙы тәхеттән ҡолата.
1922 йылдың март айында элекке император һыуыҡ тейҙереп үпкә шешеүе менән ауырып китә һәм 1 апрелдә вафат була, Мадейрала ерләнә.
Remove ads
Вафатынан һуң
2004 йылда лютеран, Католик сиркәүе тарафынан беатифициялана (дәрүиш рәтенә индерелә)[1].
Ғаилә һәм вариҫтары
Карл I 1911 йылдан аҙаҡҡы Парма герцогы Роберт I ҡыҙы принцесса Цита Бурбон-Пармскаяға өйләнгән була. Ул иренең вафатынан һуң оҙаҡ йылдар йәшәй һәм 1989 йылда үлә. Уларҙың никахы күп балалы була: биш улдары һәм өс ҡыҙы тыуа, өлкән улдары Отто (1912—2011) австриялы император нәҫеленең башлығы (демократик — республика карашлы), Европарламенттың депутаты була.
Барлығы 35 йыл ғына йәшәгән Карл I вариҫтары күп балалы һәм оҙон ғүмерле булалар. Императорҙың биш улынан өсәүһе 90 йәштән ашыу йәшәй, ә иң өлкәне 98 йәшендә вафат була. Карл I тура ир енесе тармағынан ғына 13 ейәне һәм 23 бүләһе була. Шуға күрә Габсбургтар нәҫеле Европала династия вәкилдәре һаны буйынса тик Бурбондарҙан ҡалышып, иң эреләрҙән һанала. 2011 йылдың 6 сентябрендә 95 йәшендә Карл I биш улының һуңғыһы — Феликс вафат була[2].
Императорҙың кесе улы Рудольф (1919—2010) рус графиняһы Ксения Чернышева-Безобразова өйләнә, ә уларҙың оло ҡыҙҙары 1981 йылда ҡыҙы кенәз Петр Голицынға кейәүгә сыға[3].
Remove ads
Хәрби званиелары
- австриялы генерал-майор һәм контр-адмирал (14 июль, 1915)
- австриялы фельдмаршал-лейтенант һәм вице-адмирал (12 март, 1916)
- австриялы кавалерия генералы һәм адмирал (1 август, 1916)
- австриялы генерал-полковник һәм гросс-адмирал (1 ноябрь, 1916)
- австриялы фельдмаршал (21 ноябрь, 1916)
- германиялы адмирал (30 ноябрь 1915)
- пруссиялы генерал-фельдмаршал (12 февраль, 1917)
- төрөк муширы (маршал) (21 май, 1918)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads