Кармаскалинская новь (гәзит)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кармаскалинская новь (гәзит)
Remove ads

«Кармаскалинский новь» («Ҡырмыҫҡалы яңылығы») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт даны» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.

Thumb
"Даирә" гәзите
Ҡыҫҡа факттар Тип ...

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар («Үҙән») телдәрендә сыға. 1930 йылдың мартынан «Ҡырмыҫҡалы колхозсыһы» исеме менән башҡорт һәм «Колхозник» («Колхозсы») исеме менән урыҫ телдәрендә нәшер ителә; 1932 йылдан — татар телендә «Колхоз юлы» (1959 йылға тиклем), 1945 йылдан элекке исеме менән урыҫ телендә яңынан нәшер ителә башлай («Колхозный путь»); 1960 йылдан — «Трудовая слава» («Хеҙмәт даны») исеме менән урыҫ һәм татар телдәрендә, 1994 йылдан — «Хеҙмәт даны» исеме менән башҡорт телендә сыға; 2006 йылдан — башҡорт телендә «Даирә» (2007 йылдан үҙ аллы гәзит) исеме менән нәшер ителә, хәҙерге исеме менән урыҫ һәм татар телдәрендә (2007 йылдан алып) сыға. 19621963 йылдарҙа нәшер ителмәй.

Remove ads

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads