Кармишин Дмитрий Дмитриевич

Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кармишин Дмитрий Дмитриевич (4 ноябрь 1926 йыл — 7 ноябрь 1956 йыл) — Совет ғәскәрҙәренең көньяҡ төркөмөндәге 880-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья штурманы, гвардия капитаны, Советтар Союзы Геройы (1956).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Кармишин Дмитрий Дмитриевич 1926 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Шаран районы Залесовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Шаран районының Преображенка ауылында олатаһында тәрбиәләнә.

рус. 1955 йылдан — КПСС ағзаһы. 9 класс һәм Өфө тимер юл техникумының 1 курсын тамамлай. Район МТС-да тракторсы булып эшләй.

1943 йылда БАССР-ҙың Шаран райвоенкоматы тарафынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1948 йылда Ырымбур хәрби авиация штурмандар училищеһын тамамлай һәм истребителдәр авиацияһының звеноһы штурманы итеп тәғәйенләнә.

1952 йылда Совет ғәскәрҙәренең көньяҡ төркөмөнөң (Венгр Халыҡ Республикаһы) бомбардировка авиацияһы полкына ебәрелә . 880-се эскадрилья штурманы гвардия капитаны Д. Д. Кармишин 1956 йылдың көҙөндә совет ғәскәрҙәре составында 1956 йылғы мадьяр ихтилалы ваҡиғаларынан һуң тәртип урынлаштырыу һәм ижади хеҙмәт өсөн шарттар булдырыу өсөн Венгрия ғәскәрҙәренә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша.

1956 йылдың 7 ноябрендә Дмитрий Дмитриевич Ил-28 бомбардировщигы экипажы составында (командиры — гвардия капитаны Александр Андреевич Бобровский, радисты — гвардия өлкән лейтенант Ярцев Владимир Егорович) Будапешт хәрби заводтарын аэрофотоға төшөрә.

Ҡуйылған бурысты үтәгәндән һәм разведка мәғлүмәттәрен штабҡа тапшырғандан һуң аэродромдарына ҡайтҡан саҡта летчиктар Чепель утрауы районында утҡа тотола. Һөҙөмтәлә самолёт бәреп төшөрөлә, уның экипажы һәләк була.

Офицер-гвардейсыларҙың мәйеттәре Советтар Союзына сығарыла һәм Львов ҡалаһындағы Лычаков зыяратында ерләнә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 1956 йылдың 18 декабрендәге Указы менән хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия капитаны Кармишин Дмитрий Дмитриевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Remove ads

Наградалары

Хәтер

Шаран ауылындағы балалар йортона Кармишин Д. Д. исеме бирелгән.

Советтар Союзы Геройы Д. Д. Кармишиндың документтары һәм шәхси әйберҙәре Туймазы ҡалаһының (Башҡортостан) 8-се һанлы мәктәбенең музейында тупланған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads