Катерини

From Wikipedia, the free encyclopedia

Катериниmap
Remove ads


Катерини — Грециялағы ҡала, Үҙәк Македония өлкәһендә урынлашҡан. Катерини — Пиерия.номының баш ҡалаһы. Был ҡала Олимпия тауҙары һыртында һәм Термаикос ҡултығы араһында, Салоники ҡалаһынан 68 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Катерини илдең эре туризм үҙәге. Был ҡалала 55 997 кеше йәшәй (2010 йыл халыҡ иҫәьбен алыу мәғлүмәттәре буйынса). Греция дәүләтенең төньяғындағы иң эре ҡалаларының береһе. Ҡаланың дөйөм майҙаны 112,9 квадрат километр тәшкил итә. Ул диңгеҙ кимәленән 14 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡалалағы халыҡтың төп милләте — гректар. Ҡаланың төп конфессияһы — православие. Ҡаланың рәсми теле — грек теле. Телефон коды +30 23510. Сәғәт бүлкәте UTS +2, йәй UTS +3.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...

Remove ads

Ҡала атамаһы

Катерини ҡалаһының тарихы XVI быуатҡа барып тоташа. Ул ваҡытта православие монахтары был территорияла Изге Екатерина хөрмәтенә ғибәҙәтхана булдыралар. Ошо Изге Екатерина исеменән Катерини ҡалаһыныъң исеме барлыҡҡа килгән.

Рельефы

Катерини ҡалаһының торған урыны күбеһенсә тигеҙлек.

Галереяһы

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads