Качкаев Павел Рюрикович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Качкаев Павел Рюрикович
Remove ads

Качкаев Павел Рюрикович (4 октябрь 1951 йыл5 май 2025 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Павел Рюрикович Качкаев 1951 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Черниговка ауылында тыуған.

1973 йылда «Сәнәғәт электроникаһы» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Ошо уҡ йылда В. И. Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында инженер-көйләүсе вазифаһында эш башлай. 1976 йылда Качкаев цех начальнигы урынбаҫары, һуңынан бүлек начальнигы була, артабан «Прогресс» БПО-һы генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Павел Рюрикович 1994 йылда Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы була, ә киләһе йылына Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып китә. 2001 йылдың 13 февраленән 2003 йылдың 16 майына тиклем — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. 2003 йылдың майынан 2006 йылдың ғинуарынатиклем Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. 2006 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

2011 йылдың декабрендә Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса кандидаттар исемлегенән депутат итеп һайлана.

Remove ads

Депутат эшмәкәрлеге

Качкаев П. Р. Рәсәй Федерацияһында парламентаризмды үҫтереү һәм закондар сығарыу процесында әүҙем ҡатнаша, ул 17 закон проекты авторы булып тора, шуларҙың туғыҙы ҡабул ителә. Пленар ултырыштарҙа Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы исеменән дә, торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ исеменән дә сығыш яһай. Шулай уҡ ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһына закон проекттарын да индерә.

Remove ads

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2019 йылдың 25 апреленән Башҡортостан рустары Соборы башҡарма комитетының президиум рәйесе[1]

Ғаиләһе

Өйләнгән, 2 улы һәм 7 ейәне бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ Ордены[2],
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[3],
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы[4],
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы[5],
  • «Рәсәй флотына 300 йыл»[6],
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре[7],
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре[8],
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (12 июнь, 2013 йыл) — Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм закондар сығарыуҙағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн[9].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads