Кенәз Орлов дачаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кенәз Орлов дачаһы
Remove ads

Орлов һарайы — Санкт-Петербург ҡалаһы янындағы Стрельнала кенәз Орловтар усадьбаһы составындағы неоготик һарай[2][3][4]. Һарай Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емерелә, әммә элекке усадьбаның ҡайһы бер ҡаралтылары һаҡланып ҡала һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты булып тора. 2016 йылға ҡарата уның составына башня-хараба, готик ҡапҡа, ҡыуышлыҡ, привратник өйө, ҡоҙоҡ, ат аҙбары (ҡапҡа, ионик портик менән бина, ике ат һарайы, тимерлек, боҙлоҡ, ике оранжерея), туф күпер, «Парнас» инә[5][2].

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Хужалары

1800 йылдар тирәһендә Стрельна слободаһында төп йорт һәм флигель менән беренсе ҡаҙна дачаһы төҙөлә, уны Поляк канцелярияһы советнигы Ф.Е. Купер һатып ала. 1820 йылдарҙа инде ул баронесса Строгановаға ҡарай[6].. 1830 йылдар башында унан кенәз Алексей Орлов һатып ала. Өҫтәмә ерҙәрҙе Орловҡа 1834 йылда император Николай I бирә: участкаларҙа кеше йәшәй, һәм батша бүләге хаҡына йорттарҙы һәм элекке хужаларҙың ҡаралтыларын икенсе ергә күсерергә тура килә[5][2][7].

Усадьба тасуирламаһы

Ҡыҫҡа факттар Тышҡы һүрәттәр ...

Усадьба ансамбле архитекторҙар Иосиф Шарлемань һәм Пётр Садовников проекты буйынса 1833—1839 йылдарҙа шул ваҡытта модалы булған готик стилдә төҙөлә. Ансамблгә флигелдәре менән ике ҡатлы ағас һарай, башня һәм киң парк инә][8]. Садовников проектлаған ике ҡатлы граф Орлов һарайы ағастан төҙөлә төп фасады менән быуаға ҡарай[9]Төньяҡ яҡтан дүрт ҡатлы башня тора. Бинаның мөйөштәрендә һигеҙ ҡырлы пилондар, кәрниздәр өҫтөндә киртләс парапеттар, эркерҙар һәм осло фронтондар һарайға матур күренеш бирә. 1834 йылдың июлендә һарай асыу тантанаһы үтә. [10]

Планы ябай була — төп ике ҡатлы бина флигелле ике бер ҡатлы корпус менән тоташа. Төп фасады уртаһында парк яғына сығыу урыны менән киң ябыҡ терраса айырылып тора. Уның күтәрмәһен ике яҡтан шарҙар өҫтөндә суйын бөркөттәр — Орлов нәҫеленең символы биҙәй[6][11][12]. .

Терраса буйында ике бейек постаментта П.К.Клодтың бронзанан «Атты өйрәтеүселәр» скульптураһы тора[13]. 1854 йылда рәссам Орлов һарай һүрәте менән акварель яҙа, картина Санк-Петербург Дәүләт тарих музейында һаҡлана. «Отрада» скульптураһы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында «дошманға эләкмәһен өсөн» һүтеп алына һәм иретелә[14].

1840 йылдан алып 1850 йылдарға тиклем Садовников прак һәм усадьба территорияһы өҫтөндә эшләй. Уның проект буйынса көньяҡ өлөшөндә готик ҡоҙоҡ һәм ҡыуышлыҡ менән башня-хараба төҙөлә. Быуа уртаһында «Мөхәббәт утрауы» тип аталған утрауы һалына, уға туф күпере алып бара. Пейзаж паркында уртаһында өй менән лабиринт урынлаша[6][15].

XX быуат

Революциянан һуң усадьба национализациялана, 1920 йылда унда йәйге балалар колонияһы, һуңынан ОСОАВИАХИМ мәктәбе, фабрика-завод һәм кинотехникум мәктәбе урынлаша. Парк территорияһы танк полкына ҡарай һәм техника ҡуйыу өсөн ҡулланыла. 1941 йылдың сентябрендә совет ғәскәрҙәре сигенгән саҡта Орлов һарайын яндыра.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында байтаҡ емерелгән йорт 1950 йылда янғында бөтөнләй тиерлек емерелә. 1951 йылда усадьбаһында экспертиза үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса привратник йорто 57 % емерелгән тип баһалана, элекке ҡарауыл йорто китапхана итеп тапшырыла, ә Орлов паркы йәмәғәт ял зонаһына әйләнә[5][11].

Remove ads

Хәҙерге заман

2000 йылдарға быуа менән парк, күпер, баҡса ҡаралтылары һәм оранжереялы комплекс менән ат аҙбары ҡалдыҡтары һаҡланып ҡала[16]. Ат аҙбары хәрби автобазаға тапшырыла. 2009 йылда КДИОП привратник йортонда бинаның тарихи йөҙөн боҙған законһыҙ мансарда төҙөү осрағын теркәй[17]. 2016 йылда башня-ҡыуышлыҡты консервациялау үткәрелә, ә һуңынан ул реставрациялана[18][19].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads