Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы

микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Фе From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (10 ноябрь 1948 йыл — 25 ноябрь 2012 йыл) — микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Нәйлә Әхнәф ҡыҙы Кирәева 1948 йылдың 10 ноябрендә Өфө ҡалаһында күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм фольклорсы-ғалимы Кирәй Мәргәндең һәм Өфөлә билдәле булған балалар табибы Мәғәфирә Кирәева ғаиләһендә донъяға килгән[1]. Ҡартатаһы — билдәле башҡорт сәсәне Нурмөхәмәт Йомрани. 1966 йылда Нәйлә Кирәева алтын миҙалға урта мәктәпте тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. 1971 йылда БДУ-ны тамамлағандан һуң Биология институтында эшләй[2]. 1977 йылда Н. Ә. Кирәева Ҡаҙан университетының микробиология кафедраһы аспирантураһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1]. 1977 йылдан алып БДУ ла уҡыта башлай. Ошо ваҡыттан уның тормошо Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә һәм ғүмеренең аҙағынаса ул биохимия һәм биотехнология кафедраһында эшләй, бында ул ассистенттан профессорға тиклем хеҙмәт юлын үтә һәм университеттың алдынғы уҡытыусыларының береһе була. 1996 йылда Санкт-Петербург технология университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, диссертация темаһы: «Микробиологические процессы в нефтезагрязненных почвах»[1].

2012 йылдың 25 ноябрендә өфөлә вафат була.

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттарының, пестицидтарҙың һәм башҡа бысратыусыларҙың тирә яҡ мөхиттә микробиологик тарҡалыуын өйрәнеүгә арналған. Нефть менән бысранған тупраҡ һәм һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеүҙең биотехнологик ысулдарын эшләй. Тирә яҡ мөхиттең нефть менән бысранған объекттарына мониторинг яһар өсөн биодиагностик күрһәткестәр һәм биотест-системалар һайлап ала[2].

500-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәттәр:

Микробиологические процессы в нефтезагрязнённых почвах. Уфа, 1994; Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001 (авторҙаш); Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙаш).

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006);

Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads