Ключи (Снежинск ҡала округы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ключи́ (боронғо башҡортса атамаһы — Шишмә) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Снежинск ҡала округындағы ауыл.
Remove ads
Географияһы
Карасье күленең көнбайыш ярында, Иткүл (Этҡол) күле янында Снежинск ҡалаһынан 16 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
1660-сы йылдарҙа хәҙерге ауыл урынында башҡорттарҙың һеңрән ырыуы вәкилдәре төпләнгән. Улар күп малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән.
1750-се йылдар аҙағынан ауыл тирәһендә рудниктар эшләй башлаған, уларҙан Кәҫле заводына баҡыр мәғдәнен сығарғандар.
18 быуаттың беренсе яртыһында аурындағы башҡорттарҙың күп тимерселектәре булған. 1736 йылдың 11 февралендәге Указдар сыҡҡандан һуң улар тыйылған.
1863 йылда Урта Этҡол һәм Ключи ауылдары ерҙәре межалана һәм документтар «Кыштымскаго и Каслинскаго заводов… и сыгрянских башкир с правом пользования условиями, означенными в купчей крепости 1759 года» тип яҙыла[4].
19 быуат башында ауыл Түбәнге Өпәйле улусына ҡараған, ә 1926 йылда — Урал өлкәһе Екатеринбург округы Өпәйле районы Этҡол-Терсәк ауыл Советы составында.
1925 йылда тәүге мәктәп төҙөлә.
Remove ads
Халҡы
Йылдар буйынса халыҡ һаны: 1926 йылда — 246 кеше, 1970 йылда — 308 кеше, 1983 йылда — 212 кеше, 1992 йылда — 119 кеше, 1995 йылда — 300 кеше. 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда башлыса урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән.
Инфраструктура
Ауылда башланғыс мәктәп, клуб (2000 йылда «Айгөл» ансамбле булдырылған), китапхана эшләй.
Урамдары
Урам селтәре 5 урамдан тора[7].
Билдәле шәхестәре
- Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы (1901—1981) — педагог һәм журналист.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads