Козлов Вячеслав Анатольевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Козлов Вячеслав Анатольевич
Remove ads

Козлов Вячеслав Анатолий улы (рус. Козлов Вячеслав Анатольевич; 3 май 1972 СССР Воскресенск) — СССРҙың һәм Рәсәйҙәң хоккейсы. Һул һөжүмсе. Әлеге ваҡытта үҙенең тыуған Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенск ҡалаһынан «Химик» хоккей клубының баш тренеры.

Ҡыҫҡа факттар Эшмәкәрлек төрө:, Тыуған ваҡыты: ...
Remove ads

Биографияһы

Вячеслав Козлов 1972 йылдың 3 майында Воскресенск ҡалаһында тыуған. Һул һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Химик», ЦСКА, НХЛ-дың «Детройт Ред Уингз», «Баффало Сэйбрз», «Атланта Трэшерз», һуңынан «Аҡ барс» һәм йәнә ЦСКА клубтары өсөн сығыш яһай. 1991 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя беренселегенең бронза миҙал призеры исемен яулай. НХЛ-да «Детройт» командаһы составында, 1997, 1998 йылдарҙа ике йыл рәттән Стэнли кубогына эйә була. Һәр бер уйынсы һымаҡ, Вячеслав та яратҡан шөғөлө менән кесе йәштән шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта атаһы «Химик» командаһы өсөн сығыш яһай. Малай көн дә тиерлек урам буйында шайба ҡыуалай торғас, ете йәшендә хоккей мәктәбенә барып эләгә. Тағы килеп олатаһы ла шул спорт һарайында хеҙмәткәр булып эшләй. Дөрөҫөрәге, Вячеславҡа хоккей уйнауҙан башҡа сара ҡалмай. Ялҡып китеп күнекмәләргә бармай ҡалған осраҡтары ла булғылай, тик шул ғаилә династияһы ғына уны ошо ҙур юлға сығара. Хәҙер инде слава атаһы менән олатаһына рәхмәт уҡый. Шулай йылдар уҙа тора, кесе Козлов, хоккейҙы үҙләштереп, 15 йәшендә уҡ "Химик"тың төп составына эләгә башлай. Әлбиттә, унда уның өсөн урын әҙерләп ҡуймайҙар, әммә тырышлығы үҙенекен итә. Ул, Андрей Квартальнов Роман Оксюта менән йәштәр "тройкаһы"нда боҙҙа йыш күренә. 17 йәшендә төп составта ныҡлы урын ала. Бер йылдан һуң, уны данлыҡлы тренер Виктор Тихонов йыйылма командаға саҡыра. Күптәргә эләкмәй торғайны әле ул ваҡытта ундай ышаныс. Ә инде унан һуң ЦСКА-ға тура юл асыла. Тик ЦСКА өсөн Вячеслав ни бары 11 генә уйын уҙғарып өлгөрә. Ул иптәше, шулай уҡ өмөтлө уйынсы Тарасов менән автоһәләкәткә осрай. Иптәше аңына килмәй мәрхүм булып ҡала, ә Козлов, күп йәрәхәт алып, дауаханаға барып эләгә. Күптәр өмөтлө уйынсының карьераһына нөктә ҡуйып өлгөрһә лә, Вячеслав аяҡҡа баҫып, уйынын дауам итә. Тик Рәсәйҙә түгел, ә НХЛ-да. Сөнки фажиғәгә тиклем НХЛ-дың «Детройт» клубы уға күҙ һалып ҡуйған була һәм улар Вячеславты үҙендә дауаланырға әйҙәй. Шулай итеп, Хоҙай тарафынан имен ҡалған геройыбыҙ, дауахананан «Детройт»ҡа барып юлыға. Тик унда ла эштәре шунда уҡ бешеп китмәй. Оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән шөғөлө менән шөғөлләнмәгәс, Славаға башлап ебәреүе ауыр була. Клуб етәкселеге лә уны ҡабаландырмай. Яйлап формаға килгәс, боҙға сыға башлай һәм тәүге уйынын «Миннесота»ға ҡаршы уҙғара. Бер звенола яҡташы ул ваҡытта билдәле Сергей Федоров менән уйнай. Гол индереүҙә уға булышлыҡ итә. Шулай ҙа ул миҙгелдә «Детройт» өсөн бары дүрт кенә осрашыу уҙғара. Әлбиттә, барыһы ла еңел бирелмәй. Шул уҡ сит тел, йәшәйеш, тормош, туҡланыу — барыһы ла икенсе була. Тик уға яҙмыш йөҙө менән борола. Ул, билдәле Вячеслав Фетисов, Владимир Константинов, Сергей Федоров һәм Игорь Ларионов менән бергә бер звенола уйнай. Урыҫ «пятерка»һы "Детройт"та иң алдынғыһы булып китә. Шулай уҡ Айзерман, Коффи, Сисарелли кеүек билдәле уйынсылар менән дә бер рәттә сығыш яһарға тура килә. «Детройт» клубында ун йыл уйнап, ике тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс, Козлов үҙен икенсе командала һынап ҡарамаҡсы була. Ул "Атланта"ны һайлай. Унда шундай уҡ лидерға әйләнә. Сөнки быға тиклем уйнаған клубта «йондоҙ»ҙарҙың күп булыуы уға асылып китергә кәртә була. Был, йәһәттән "Атланта"ла төшөп ҡалғандарҙан булмай. Уның составында Илья Ковальчук, Дени Хитли, Мариан Госс кеүек көслө уйынсылар сығыш яһай. НХЛ-дағы локаут ваҡытында «Химик» менн «Аҡ барс» составында ла уйнап өлгөрә. НХЛ-дағы дөйөм карьераһында Вячеслав Козлов 1127 уйын уҙғарып, 827 (378 гол индерә, 479 осраҡта гол индереүгә булышлыҡ итә) мәрәй яулай. «Атланта» командаһында алты миҙгел уйнағандан һуң, 38 йәшлек хоккейсы карьераһын Рәсәйҙә тамамларға уйлай. Ул, уҙған миҙгелдә ЦСКА-ға килеп, улар менән бер йылға килешеү төҙөй. Маҡсаттары Гагарин кубогы була. Тик, ниндәй генә уйынсы булыуына ҡарамаҫтан, ЦСКА үҙ тарихында тәүге плей-оффтан да төшөп ҡалды. Козлов даими беренселек бөтмәҫ борон, ЦСКА менән килешеүен өҙөп, үҙенә ярашлы икенсе команда эҙләй башлай. Һәм "Салауат Юлаев"тың тәҡдимен хуплай, миҙгел аҙағына тиклем Өфөлә уйнарға ризалығын белдерҙе. Уның составында беренсе уйында уҡ гол индереп, өмөттәр уята. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында һәм 2012 йылда «Динамо» составында Гагарин Кубогына эйә була. 2014 йылдан Атланттың уйынсыһы.

2017/2018 йылдар миҙгеле барышында Вячеслав Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенскиҙан «Химик» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла.

Remove ads

Карьера

Спорт ҡаҙаныштары

  • Донъя чемпионатты бронза призеры (Финляндия 1991).
  • Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1997).
  • Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1998).
  • Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
  • Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Динамо Мәскәү 2012).

Статистика

Ентеклерәк мәғлүмәт Легенда ...

5 март 2014

Ентеклерәк мәғлүмәт Регуляр сезоны, Плей-офф ...
Remove ads

Халыҡ-ара карьера

  • СССР — 1988 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1989 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1990 — Донъя йәштәр чемпионаты.
  • СССР — 1990 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Донъя йәштәр чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Донъя чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Канады Кубогы.
  • Рәсәй — 1994 — Донъя чемпионаты.
  • Рәсәй — 1996 — Донъя Кубогы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Йыйылма команда ...
Remove ads

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads